+25 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
18 Декабря 2021, 10:45

Туған тел - изге аманат

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ата-әсәләр форумында сығыш яаны

Туған тел - изге аманатТуған тел - изге аманат
Туған тел - изге аманат

 Өфө ҡалаһының «Торатау» Конгресс-холында ҙур сара – Республика ата-әсәләр форумы һәм Башҡорт тарихы йылын йомғаҡлау тантанаһы үтте.Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы, Башҡарма комитеты ағзалары, район-ҡала ҡоролтайҙары рәйестәре булды. Пленар өлөшө үткәс, ҡунаҡтар бер- нисә тематик залға үттеләр, «Донъяуи кафе» ла тел мәсьәләләре буйынса көнүҙәк темаларҙы тикшерҙе.

Сара башланыр алдынан республика Башлығы "Аҡбуҙат" журналының 30 йыллығына арналған күргәҙмәне, шулай уҡ башҡорт ырыуҙарын тәҡдим иткән ғаиләләләрҙең фотокүргәҙмәһен  ҡараны. Уны "Тамыр" балалар телеканалы әҙерләгән.

Форумда туған телде һаҡлау мәсьәләләре күтәрелде. Быйыл 14 декабрь - Башҡорт теле көнө шағир-мәғрифәтсе М. Аҡмулланың тыуыуының 190 йыллығы менән тап килде.

Төбәк Башлығы әйтеүенсә, республикала башҡорт телен һәм республика халыҡтары телдәрен һаҡлауға ҙур иғтибар бүленә. Миҫал итеп ул Бишбүләк районын телгә алды, уларҙа гимн биш телдә рус, башҡорт, татар, сыуаш, мордва телдәрендә башҡарыла.

- 2024 йылға беҙ Башҡортостанда 10 полилингваль гимназия булдырыға ҡарар иттек, улар республикабыҙҙың киләсәгенең локомотивына әйләнергә тейеш. Беҙ һеҙҙең ҡыҙыҡлы һәм файҙалы башланғыстарығыҙҙы күтәреп алырға, ярҙам итергә әҙербеҙ, - тине  үҙенең сығышында  Радий Фәрит улы.

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас