Оҫтаханала яңы ғына бысылған ағас онтағы еҫе аңҡый, верстакта эшләнеп бөтөп килгән әйбер – ҡайын ағасынан балалар карауаты тора. Уның ентекләп йышылған ағас өлөштәре йомшаҡ аҡ төҫ таратҡандай тойола. Оҙаҡламай карауат үҙенең хужаһын табасаҡ һәм сабыйҙарҙың берәүһе унда үҙенең матур төштәрен күрәсәк.
- Ҡайын матур ғына түгел, ә ныҡлы ла ағас, - тип һүҙ башлай оҫтахананың хужаһы, эшҡыуар Андрей Дунаев. – Унан эшләнгән әйберҙәр ныҡлы һәм оҙаҡҡа етерлек була. Миңә ошо материал менән эшләү бик оҡшай.
Дүрт йыл элек ул үҙенең хыялын тормошҡа ашырып һәм ғаилә эшен дауам итеп, ҡатыны Надежда менән мебель яһай башлаған. Андрей Мәскәү өлкәһенең Сергиев-Посад районында тыуып үҫкән.Үҙ ваҡытында унда уйынсыҡтар колледжын (хәҙерге уйынсыҡтар институтын), үҙенсәлекле уҡыу йорто иҫәпләнгән халыҡ ижады юғары уҡыу йорто филиалын (академияһын) тамамлай. Ағас эшкәртеү производствоһы технологы, ә ябай ғына итеп әйткәндә - столяр һөнәрен ала. Практиканы ошо тармаҡтағы эре предприятиеларҙа үтә, эскиздан башлап әҙер изделиеғаса мебель яһарға өйрәнә, бер үк ваҡытта танылған рус нәфис промыслалары дан тотҡан росписте лә үҙләштерә. Һөнәрен Андрей төптән уйлап һайлаған, бала сағынан тәжрибәле балта оҫталары булған атаһы һәм бабаһының эшләгәнен ҡарап торорға яратҡан. Улаҙы иһә ағас эшкәртеү эшенә уларҙың атаһы, Андрейҙың олатаһы йәлеп иткән.
- Ағас –ул тере, йылы, уның үҙенең айырым мөхите бар, - ти Андрей Дунаев. – Шуға беҙҙең мебелдәрҙең бөтә нимәһе, хатта карауат аҫтарының рейкаларҙан яһалған өлөшө лә, массивтан. Был уларға айырым ныҡлыҡ бирә. Ошо материалдың матурлығы күренеп торһон өсөн уларҙы ла лактар һәм һыу нигеҙендәге буяуҙар менән эшкәртәбеҙ, ентекләп шымартабыҙ. Беҙ ҡурсаҡтар өсөн уйынсыҡ өйҙәр , өҫтәлдәр һәм ултырғыстар яһауҙан башланыҡ. Изделиеларыбыҙҙың һорау менән файҙаланғанлығын күреп, яйлап ассортиментты киңәйттек. Хәҙер инде теләһә нимә, шул иҫәптән баҡса мебеле, мунса кәрәк-яраҡтары һәм үҙенсәлекле адрес табличкалары, аң-белемде үҫтеүсе тренажерҙар етештерәбеҙ. Һәр заказсы менән ул килтергән эскиздар, үлсәмдәр, интернеттан алынған фотоһүрәттәр буйынса, уның бөтә теләктәрен дә иҫәпкә алып, шәхсән эшләйбеҙ. Беҙҙең конкурентлыҡтағы өҫтөнлөгөбеҙ ҙә тап ошо һығылмалылыҡҡа бәйлелер, тип уйлайым, сөнки корпуслы мебель һәр ваҡытта ла үҙенең габариттары менән урынлаштырылаһы ергә тура килмәҫкә мөмкин, йәки кеше үҙенең йортонда йәиһә фатирында экологик яҡтан таҙа мөхит күрергә теләйҙер.
Оҫтаның изделиеның сифатын юғалтмайынса тиҙ арала еңеллек менән һүтеп-йыйыу мөмкинлеге биргән беркетеү узелы, эшкәртеүҙең айырым технологияһы кеүек үҙе генә белгән етештереү серҙәре лә, үҙҙәренең дизайны буйынса эшләнгән мебель – баш яғына популяр йәнһүрәттәге айыу балаһының һүрәте уйып төшөрөлгән балалар өсөн «Умка» карауаты ла бар. Андрей урындағы пилорамалар менән берлектә эшләй – уларҙан сеймал ала.
Мәскәү өлкәһенән Надежданың тыуған яғы Дәүләкәнгә Дунаевтар үҙҙәренең хыялы артынан – шәхси оҫтаханаларын булдырыу өсөн ҡайтҡан. Унда күп фатирлы йорттоң унынсы ҡатында йәшәгәндәр, ә ғаилә бюджеты үҙҙәренең шәхси йорттарын булдырыу мөмкинлеге бирмәгән. Бында участка алғандар, йорт төҙөгәндәр һәм тәүҙә – гаражда, һуңынан хужалыҡ ҡаралтыһында оҫтахана йыһазландырғандар. Тәүҙә станоктар һәм эш ҡоралдары алырға туғандары ярҙамлашҡан. Ә етештереү үҫә барған һайын, өҫтәмә ҡорамалдарға ихтыяж артҡан. Бында инде социаль контракт ярҙамға килгән. Уның тураһында Дәүләкәндең Эшҡыуарҙар ассоциацияһында белгәндәр. Мәшғүллек хеҙмәте аша документтар тултырғандар, бизнес-план төҙөгәндәр һәм комиссия ҡарарын көтә башлағандар. Тәүҙә уларға кире яуап килгән, әммә Дунаевтар төшөнкөлөккә бирелмәгән һәм бөтә булған элекке хаталарын иҫәпкә алып, документтарын яңынан тапшырған. Һөҙөмтәлә бөтәһе лә яҡшы килеп сыҡҡан.
Социаль конракт сиктәрендә бүленгән 250 мең һумға ике бысҡылы, таҡта ситтәрен быса торған һәм тәүге эшкәртеүгә киткән ваҡытты һиҙелерлек ҡыҫҡартыусы станок, ситтәрҙе ҡырҡыу бысҡыһы, үпкәләрҙе бысҡы туҙанынан һаҡлаусы аспирация системаһы, башҡа электр
ҡорамалдары алғандар.
Оҫтаханала Андрей менән Надежданың эше етерлек. Әммә уларҙың ике ярҙамсыһы – улдары, ун йәшлек Егор һәм һигеҙ йәшлек Тимофей үҫеп килә. малайҙар ағас эштәре менән ҡыҙыҡһына башлаған да инде. Улар үҙҙәре һәм дуҫтары өсөн ағас ҡалдыҡтарынан төрлө әйберҙәр, уйынсыҡтар: самолеттар, автоматтар һәм башҡа нимәләр яһай.
Йәш эшҡыуарҙар ваҡыт менән бергә атлай – уларҙың социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең диуарҙары, ютубта каналдары бар, унда улар мебель яһау процестарын күрһәтә, яңылыҡтары менән бүлешә, подписчиктарына башҡа ҡыҙыҡлы, көнүҙәк мәғлүмәттәр еткерә. Канал «Бәхет - беҙҙең аңыбыҙҙа» тигән символик исем йөрөтә. Һәм был дөрөҫ тә. Тормошо мәғәнәле һәм бәхетле буласаҡмы-юҡмы икәнлеге бары тик кешенең үҙенән генә тора.
Галина БУРДИЛЕВА.
Автор фотоһы.