+23 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
4 Января 2022, 08:00

Дәүләкән спортсыһы спорт мастеры исеменә лайыҡ булды

Яңы йыл алдынан Данир Шәмсетдиновҡа самбо буйынса «Рәсәйҙең спорт мастеры» таныҡлығы тапшырылды.

Дәүләкән спортсыһы спорт мастеры исеменә лайыҡ булдыДәүләкән спортсыһы спорт мастеры исеменә лайыҡ булды
Дәүләкән спортсыһы спорт мастеры исеменә лайыҡ булды

Дәүләкән районы муниципаль район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов спортсыны һәм уның тренерын ошо әһәмиәтле ваҡиға менән ҡотланы һәм киләһе йылда яңы уңыштар теләне.

Данир Шәмсетдинов юниорҙар араһында самбо буйынса 2020 йылдың февралендә Рязань ҡалаһында үткән Рәсәй беренселегендә Рәсәйҙең спорт мастеры нормативын үтәне. Егет дүрт алыш үткәреп, уларҙың һәр ҡайһыһында еңеүгә өлгәште. Һөҙөмтәлә Данир 52 килограмға тиклемге ауырлыҡ категорияһында еңеүсе булды. Ул ваҡытта егет «Самбо-75» балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә тренер Юрий Лоншаков етәкселегендә шөғөлләнә ине. Уның етәкселеге аҫтында Данир 2018 йылда Донъя чемпионы һәм Рәсәй беренселеге еңеүсеһе булғайны. Данир спортта карьераһын ете йәшенән башлаған. Ул ваҡытта атаһы уны ағаһы Дамир менән бергәләп Юрий Борисович Лоншаковҡа күнекмәгә килтерә.

- Малайҙарҙың аталары, көрәш буйынса спорт мастерлығына кандидат, Фәрғәт Шәмсетдинов, улдарын спортҡа күпкә элегерәк йәлеп итә, - тип һөйләй Юрий Борисович. – Уларҙы сәләмәт йәшәү рәүешенә мөмкин тиклем иртәрәк ылыҡтырыу өсөн өйҙәрендә бөтә шарттар ҙа булдыра. Спорттың уларҙың ғаилә девизы булыуын яҡшы беләм. Тыйнаҡ, һәләтле, эшһөйәрҙәр – бына шундай улар Шәмсетдиновтар. Күптән түгел Дамир ҙа Рәсәйҙең спорт мастеры нормативтарын үтәне. Яулаған ҡаҙаныштарына ҡарамаҫтан, егеттәр «танау күтәреп» йөрөмәй. Бөгөнгө көндә улар Екатеринбург ҡалаһындағы олимпия резервтары училищеһында үҙҙәренең көсөн һынау һәм оҫталыҡтарын камиллаштырыуҙы дауам итә. Дәүләкәнгә ҡайтҡанда, беҙҙең залда шөғөлләнәләр.

Әйтергә кәрәк, был ғаиләлә ир-егеттәр генә түгел, Шәмсетдиновтарҙың һеңлеләре Диана ла спортҡа тоғро. Ул да спортта яҡшы уңыштарға өлгәшә, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа уңышлы сығыш яһай.

Илһөйәр Кәримова.

Автор фотоһы.

 

 

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас