+13 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
5 Января 2022, 09:00

Аграрийҙар киләсәккә өмөт менән ҡарай

Дәүләкән районы ауыл хужалығы машиналары паркын яңыртыу буйынса республикала алдынғы бишәү рәтенә инә

Аграрийҙар киләсәккә өмөт менән ҡарайАграрийҙар киләсәккә өмөт менән ҡарай
Аграрийҙар киләсәккә өмөт менән ҡарай

Ауыл хужалығының һөҙөмтәле үҫеше заманса техникаға туранан-тура бәйле. Юғары етештереүсәнле агрегаттарға өҫтөнлөк биреп, хужалыҡтарҙың техника паркын йыл һайын яңыртып тороусы район аграрийҙары быны яҡшы аңлай. Бөгөн был тармаҡты механизациялауҙың юғары кимәле нормаға әйләнгән, уны һиҙелерлек үҙгәрткән һәм хеҙмәт етештереүсәнлеген бер баҫҡысҡа арттырған.  

Район аграрийҙары 2021 йылда һатып алған ауыл хужалығы техникаһының һанын үҙенсәлекле рекорд тип иҫәпләргә мөмкин. Ошо осор эсендә хужалыҡтарҙың үҙҙәренең аҡсалары, шулай уҡ льготалы финанслау һәм лизинг сиктәрендә хужалыҡтар тарафынан дөйөм суммаһы 524 миллион һум тәшкил иткән 117 ауыл хужалығы техникаһы һатып алынған. Кесе һәм урта аграр предприятиеларҙың машиналар паркын 24 иген йыйыу комбайны,1 сөгөлдөр ҡаҙыу комбайны, 13 трактор, 4 сәсеү комплексы, орлоҡтарҙы теүәл сәсеүсе 2 сәскес һәм башҡа ауыл хужалығы техникаһы һәм ҡоролмаһы менән тулыланған. Был – һуңғы йылдарҙағы һиҙелерлек яңырыш. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, юғары етештереүсәнле техника һатып алыу буйынса беҙҙең район республикала алдынғы бишәү рәтенә инә. Уҙған йылда техника паркын яңыртыусылар араһында яуаплылығы сикләнгән «Ҡаҙанғол ТПХ-һы», «Аграр традициялар», «Канаш», «РегионАгро», «Восход» йәмғиәттәре, «Ғ.Б. Ғабдрахманов» һәм «В.Б. Рихтер» крәҫтиән-фермер хужалыҡтарын билдәләргә мөмкин. Һатып алынған техниканың бер өлөшө ошо миҙгелдең баҫыу эштәрендә ҡатнашып, үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтеп өлгөргән дә инде. Киләһе йылдарҙа ла улар аграрийҙарға ышаныслы хеҙмәт итәсәк.

Техника һатып алыуҙан тыш, район хужалыҡтарында яңы объекттар төҙөлә, булған инфраструктураны үҙгәртеп ҡороу буйынса эштәр башҡарыла. Уҙған йылда яуаплылығы сикләнгән «РегионАгро» йәмғиәте һәм «Ғ.Б. Ғабдрахманов» крәҫтиән-фермер хужалығында ике киптергескә газ үткәрелгән, яуаплылығы сикләнгән «Восход» йәмғиәте һәм «С.Б. Рихтер» крәҫтиән-фермер хужалығында - техника һаҡлау өсөн ике бина, «Ғ.Н. Мырҙаҡаев» крәҫтиән-фермер хужалығында - иген культураларын һаҡлау өсөн склад, «И.Б. Муллагилдин» крәҫтиән-фермер хужалығында бетон түшәлгән һәм япма менән ябылған иген келәте төҙөлгән, «В.Б. Дик» крәҫтиән-фермер хужалығында иген таҙартыу комплексы монтажланған.

Уҙған йылда һауа шарттарының насар булыуына һәм ауыл хужалығы етештереүселәренең бай уңышҡа булған өмөттәрен аҡламауына ҡарамаҫтан, район аграрийҙары киләсәккә ышаныс менән ҡарай, хужалыҡтарҙың матди-техник базаһын нығыта һәм ауыл хужалығы миҙгелдәренең лайыҡлы буласағына өмөтләнә.

Сергей Чиков.

Автор фотоһы.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас