

«Атайсал» меценаттарға ярҙам итә. Проект үҙҙәренең кесе тыуған илдәренә битараф булмаған кешеләрҙе берләштерә һәм уларға шәфҡәтлелек программаларын тормошҡа ашырырға ярҙамлаша. Был республика проектында дәүләкәндәр ҙә ҡатнаша. 2021 йылда төбәктә һәр муниципалитетта һәм тораҡ пунктында үҙҙәренең йәмәғәтселек эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә танылыуға лайыҡлы кешеләрҙе асыҡлау маҡсатында анкеталар тултырылды. Тауыш биреү бик күп номинациялар буйынса үтте. Беҙҙең районда крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Тимур Ғәзиев еңеүсе булды. Дәүләкәндәр шулай уҡ «Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте» Светлана Владимировна Белинская, крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Йәмил Арыҫланов, эшҡыуар Артем Мигунов, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – Башҡортостан Республикаһының ауыл хужалығы министры Илшат Фазрахманов өсөн дә тауыш бирҙе. Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙҙәре хеҙмәт һалған тармаҡта Дәүләкәндең үҫешенә өлөш индергән.
Светлана Кәлимуллина.