+33 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
8 Января 2022, 14:00

Хеҙмәтебеҙ хәүефле лә, ауыр ҙа...

Бөтә илебеҙҙә билдәләнгән Яңы йыл байрамдары улар өсөн – ғәҙәти эш көндәре. Башҡа йылдарҙағы кеүек үк Яңы, 2022 йыл да, тиҫтәләгән дежур врачтар, ҡотҡарыусылар һәм полиция хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең эш урынында ҡаршылай. Тап улар һаҡта уяу тора. «Хәүефле ведомство» хеҙмәткәрҙәре йылдың төп байрамын нисек ҡаршылай?

Хеҙмәтебеҙ хәүефле лә, ауыр ҙа...Хеҙмәтебеҙ хәүефле лә, ауыр ҙа...
Хеҙмәтебеҙ хәүефле лә, ауыр ҙа...

Улар теләһә ҡайһы ваҡытта ярҙамға килергә әҙер һәм Яңы йылда ла шулай. Дәүләкән ҡотҡарыусылары ла 31 декабрь төнөндә бөтә ҡала буйлап дежурға баҫа.

«Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы бүлексәләре, шул иҫәптән беҙҙең Дәүләкән бүлексәһе лә, байрам алды һәм байрамдар, ял көндәрендә ғәҙәттән тыш хәлдәр килеп тыуа ҡалһа,уларға әҙер тороу маҡсатында 30 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем көсәйтелгән эш режимына күсә, - ти Дәүләкән ҡалаһының 117-се янғын часы начальнигы Әйүп Ғәфүр улы Ғарипов. – Был осорҙа Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең Яңы йыл саралары үткәрелгән урындарҙа көсәйтелгән дежурлыҡтары ойошторола, полиция менән берлектә пиротехника һатыуҙың ойошторолмаған урындарын тикшереү буйынса рейдтар үткәрелә. Шулай уҡ ведомство бүлексәләре 6 ғинуарҙан 7 ғинуарға ҡарай төндә Раштыуа байрамдарында ла дежурҙа торасаҡ. Янғындар һаны күпкә артҡан Яңы йыл байрамдарында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү ведомство эшмәкәрлегендә иң көнүҙәк мәсьәлә булып тора.

Бәхеткә күрә, был Яңы йыл байрамдары ул тиклем үк көсөргәнешле булманы, әммә бер нисә урынға саҡырыу буйынса барырға тура килде. Мәҫәлән, 1 ғинуарҙа 117-се янғын-ҡотҡарыу часының Артем Анатольевич Кузьмичев етәкселегендәге расчеты Комсомол ауылында сыҡҡан янғынды һүндерергә барҙы. Унда хужалыҡ ҡаралтыһы – һарай янды, ҡаза күреүселәр булманы. 2 ғинуарҙа Андрей Борисович Щирый етәкселегендәге расчеты Ҡырғыҙ-Миәкә-Шишмә трассаһының 40-сы километрында юл-транспорт ваҡиғаһы булған урынға барҙы һәм ҡаза күргән машина эсендә бикләнеп ҡалған биш кешене ҡотҡарыуҙа ярҙамлашты».

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эҫе тимәй, ямғыр тимәй, байрам һәм эш көндәре тимәй, кемдеңдер мөлкәтен, кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарыу өсөн ярҙамға ашыға. Уларҙың хеҙмәте ана шулай үтә. Бына бөгөн дә ҡотҡарыусылар юл-транспорт фажиғәһендә ҡаза күреүселәргә ярҙам ҡулы һуҙҙы. Ә дәүләкәндәргә иһә улар: «Яңы йылды яҡшы итеп ҡаршылау өсөн пиротехниканы фатирҙа тоҡандырмағыҙ, байрам уттарын һәм асыҡ ялҡын сығанаҡтарын ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ, фейерверктар һәм петардаларҙы уларҙың инструкцияларына ярашлы ғына ҡулланығыҙ, бары тик шул ваҡытта ғына байрамдарығыҙҙы ла, башҡа көндәрегеҙҙе лә бер нимә лә боҙа алмаҫ», - тигән кәңәш бирә.

Лилиә Ғайсина.

Автор фотолары.

 

 

 

 

Хеҙмәтебеҙ хәүефле лә, ауыр ҙа...
Хеҙмәтебеҙ хәүефле лә, ауыр ҙа...
Хеҙмәтебеҙ хәүефле лә, ауыр ҙа...
Хеҙмәтебеҙ хәүефле лә, ауыр ҙа...
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас