-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
11 Ғинуар 2022, 14:25

Милли проектта Башҡортостандың тағы 140 предприятиеһы ҡатнашасаҡ

2022 йылда республика Хөкүмәте «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проектын тормошҡа ашырыуға төбәктең тағы 140 предприятиеһын ҡушырға планлаштыра.

Милли проектта Башҡортостандың тағы 140 предприятиеһы ҡатнашасаҡ
Милли проектта Башҡортостандың тағы 140 предприятиеһы ҡатнашасаҡ

- «Хеҙмәт етештереүсәнлеге» милли проекты беҙҙең өсөн өҫтөнлөклө төп проекттарҙың береһе булып тора. Әле беҙ ҡатнашыусы предприятиелар һаны буйынса 2021 йылға ҡуйылған пландан 40 процентҡа алда барабыҙ. 2022 йылға ошо проектҡа тағы 140 предприятиены йәлеп итергә планлаштырабыҙ, - тип билдәләне БР Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестициялар сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Әле Башҡортостан милли проект сараларын тормошҡа ашырыу буйынса Рәсәй субъекттары рейтингында алдынғыларҙың береһе булып тора. Шулай уҡ республика милли проектта ҡатнашыусы предприятиеларҙың уҡыу үткән хеҙмәткәрҙәренең һаны буйынса – беренсе урында, тип белдерҙеләр Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән.  

«Әлшәй хәбәрҙәре» гәзите материалдарынан.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: