+23 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
13 Января 2022, 12:30

Юлдарығыҙ имен булһын

Йыл башынан Дәүләкән районы территорияһында 18 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән

Юлдарығыҙ имен булһынЮлдарығыҙ имен булһын
Юлдарығыҙ имен булһын

Уларҙа һигеҙ кеше зыян күргән. Һандар ҡыуанырлыҡ түгел. Ғөмүмән, декабрь аҙағы- ғинуар башы юл фажиғәләренә бай булып сыҡты. Быға һауа торошоноң насар булыуы сәбәпсе. Буран, боҙлауыҡ, ҡар – ошондай шарттарҙа Ҡырмыҫҡалы районыны трассаһында бер юлы 22 машина юл фажиғәһенә эләгә.

Икенсе ғинуарҙа республиканың төрлө райондарында өс авария теркәлгән. Һигеҙенсе ғинуарҙа Белорет районында биш автомобиль аварияға осраған. Насар һауа торошо шарттарында ЮХХДИ, юл хеҙмәттәре, киң мәғлүмәт саралары, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре юлдарҙа күреү торошо насар булыуы һәм водителдәргә алыҫ ерҙәргә сығыуҙан тыйылып торорға кәрәклеге тураһында белдерҙе.

Бәхеткә, йыл башынан Дәүләкәндә машиналарҙың күпләп аварияға эләгеү осрағы, үлемесле юл-транспорт ваҡиғалары теркәлмәгән. «Статистика күрһәтеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаларының күбеһе алда барған машинаны уҙғанда, ҡаршы яҡ һыҙатҡа сыҡҡанда юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен  боҙоуға бәйле, - тип һөйләй Дәүләкән эске эштәр бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау буйынса инспекторы Елена Петрова. – Иҫерек килеш руль артына ултырыусылар ҙа осрай. Мәҫәлән, йыл башынан машинаға эскән килеш идара иткән ете кеше тотолған. Уларҙың икеһе икенсе тапҡыр тотолғанлыҡтан, РФ УК-һының 264.1 статьяһы буйынса енәйәт яуаплылығына тарттыраласаҡ».

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас