Ойошмалар табышына һалым 2022 йылда - 33 процент, 2023 йылда - 33,2 процент, 2024 йылда - 34,5 процент тәшкил итә.
Физик шәхестәр табышына һалым 2022 йылда - 28,6 процент, 2023 йылда - 28,3 процент, 2024 йылда - 28,2 процент, акциздар 2022 йылда - 17,9 процент, 2023 йылда - 18,7 процент, 2024 йылда - 18,3 процент булыуы, мөлкәткә һалым 2022 йылда - 9,2 процент, 2023 йылда - 2023 йылда 9 процент, 2024 йылда - 8,7 процент тәшкил итеүе фаразлана.
Дәүләт милкендә булған мөлкәтте файҙаланыуҙан табыш 2022 йылда - 6,1 процент, 2023 йылда - 5,8 процент, 2024 йылда - 5,4 процент алыу күҙаллана. Был килем сығанаҡтары яҡынса бюджеттың 95 процентын тәшкил итә.
Түләүһеҙ керемдәр 2022 йылға 70 855,7 миллион һум, 2023 йылға - 59 126,6 миллион һум, 2024 йылға - 58 388,9 миллион һум билдәләнгән.
Башҡортостан Республикаһының сығым йөкләмәләренең күләме 2022 йылда 243 316,4 миллион һум, 2023 йылда - 226 505,2 миллион һум, 2024 йылда - 238 088,7 миллион һум күләмендә фаразлана.
Өс йыллыҡ бюджеттың сығым структураһында бөтә социаль өҫтөнлөктәр һаҡланған һәм хатта киңәйтелгән. Элеккесә, сығымдарҙың өстән ике өлөшө социаль әһәмиәтле йүнәлештәргә йүнәлтеү планлаштырыла.