Ҡыш миҙгеле водителдәр өсөн бик еңелдән түгел: боҙлауыҡ һәм юлдарҙы көрт баҫыуы, буран һәм ҡар һырыуы, көндәрҙең ҡыҫҡа тороуы - быларҙың барыһы ла ҡалала, трассала йөрөгәндә ауырлыҡтар тыуҙыра, хәүефле хәлгә сәбәпсе булырға һәм аварияға килтерергә мөмкин. Дәүләкән ҡалаһы ДОСААФ-ында инструктор булып эшләгән һәм ярты быуатлыҡ водитель тәжрибәһе булған водитель Владимир Шарков автоһәүәҫкәрҙәргә ҡышты хәүеф-хәтәрһеҙ нисек үткәрергә кәрәклеге тураһында һөйләй:
- Беренсенән, автомобиль хужаһы автомобиленең техник яҡтан төҙөк булыуы хаҡында борсолорға, машинаһының тормоздары, башҡа мөһим өлөштәре һәм механизмдары, фаралары, йылытыу системаһы, хәүефһеҙлек ҡайыштарының төҙөклөгөн, автомобилдең яҡшы эшен тәьмин итеүсе майҙың, тосолдың, тәҙрәләрҙе таҙартыусы туңмай торған шыйыҡсаның барлығын-юҡлығын тикшерергә тейеш. Багажникта һәр саҡ «запас»ка, яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы һыҙаттар менән жилет, аварияға осрағанда кәрәкле сигнал билдәһе, автомобиль бата ҡалһа, уны һөйрәп алыу өсөн трос, щетка, туңмай торған шыйыҡса запасы ятһын. Ҡар яуғанда көрәк тә артыҡ булмаясаҡ. Автомобилдә мотлаҡ рәүештә аптечка һәм янғын һүндергес тотоғоҙ, салонда видеорегистратор булыуы яҡшы.
Алғы яҡтағы быялаға пәрҙәләр, аҫылмалы биҙәүестәр, брелоктар кеүек юлды һәм уның ситтәрен күҙәтергә ҡамасаулаусы төрлө нимәләр урынлаштырырға кәрәкмәй. Улар иғтибарҙы үҙҙәренә йәлеп итеп, штаттан тыш хәлдәр килеп тыуған осраҡта һеҙгә тиҙ арала ҡарар ҡабул итергә бирмәйәсәк. Һәм, әлбиттә, шиналар ваҡытында алмаштырылған һәм миҙгелгә ярашлы булырға тейеш. Ҡышҡылыҡҡа тәғәйенләнгән «резина»ларҙа тимер сәнскеләрҙең барлығы мотлаҡ. Иҫегеҙгә төшөрәм, «ҡышҡы» шиналар өсөн протектор һүрәтенең ҡалынлығы дүрт миллиметрҙан кәм булмаҫҡа тейешлеген дә иҫәпкә алығыҙ.
Юлға, айырыуса алыҫ араға, сығыр алдынан һауа торошона иғтибар итегеҙ. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы берәй ергә барыуҙан тыйылып торорға саҡырһа, иғтибарлы булығыҙ һәм юлға сығыуҙы уңайлыраҡ мәл еткәнсегә тиклем кисектереп тороғоҙ. Әгәр инде төрлө сәбәптәр арҡаһында быны эшләй алмаһағыҙ, автомобилегеҙҙең төҙөклөгөн һәм алыҫ юлда кәрәкле бар нәмәләрҙең булыуын тағы ла бер тапҡыр ентекләп тикшерегеҙ. Бигерәк тә яғыулыҡты мөмкин тиклем күберәк һалыу тураһында хәстәрлек күрергә кәрәк. Юлда тығынға эләгеүегеҙ, батып ултырыуығыҙ йәки башҡа сәбәптәр арҡаһында туҡтап ҡалыуығыҙ ихтимал, ул саҡта яғыулыҡ етмәү проблема тыуҙырасаҡ. Трассала арауыҡты һәм тиҙлек режимын һаҡлағыҙ. Башҡа машиналарҙы уҙған саҡта, ваҡытығыҙҙы маневрҙы үтәргә етерлек итеп иҫәпләгеҙ. Рулегеҙҙе борор алдынан, хәүефһеҙ уҙып китеү мөмкинлегенең булыуына инанығыҙ, башҡа юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың үҙү-үҙҙәрен нисек тотасағын иҫәпкә алып, тиҙлегегеҙҙе һәм хәрәкәт траекторияһын алдан иҫәпләп сығарығыҙ.
Әгәр юлда колея булһа, машинаны әйләндермәһен өсөн, уҙыуҙы яйлап ҡына башҡарығыҙ, әммә диагональ буйынса түгел. Боҙлауыҡ ваҡытында газға баҫмайынса, ҡуҙғалып киткәндә һәм туҡтағанда талғын ғына ҡуҙғалырға һәм тормозға баҫырға кәрәк. Хәрәкәт ваҡытында ял итеү өсөн туҡталыштар яһап алыу мөһим, сөнки ҡышҡы юл бер төрлө, үҙгәрешһеҙ, айырыуса ҡар яуғандан һуң юл сите менән килеп тоташҡан кеүек күренеүе ихтимал. Шуға күрә юлдан ситкә сыҡмаҫ йәки юл ситенә осмаҫ өсөн водителгә бөтә иғтибарын тупларға кәрәк.
Юл хәрәкәтендә ҡатнашыусылар күп булған ҡалала бер һыҙаттан икенсеһенә күскәндә, киҫкен маневрҙар яһамағыҙ, боролоуҙы күрһәтеүсе уттарҙы ҡабыҙырға онотмағыҙ. Маршрутты алдан аныҡ планлаштырырға тырышығыҙ. Кеҫә телефондары айырым иғтибар талап итә. Руль артында ултырғанда, уның буйынса аралашыуҙан тыйылығыҙ, юҡһа, һөйләшеүгә бирелеп, үҙегеҙҙеҙҙең генә түгел, башҡаларҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйыуығыҙ бар. Автомобилдә барғанда, шулай уҡ кеҫә телефонын тубығығыҙҙа тотмағыҙ, уның һеҙҙең аяҡ аҫтығыҙға төшөп китеүе һәм иғтибарығыҙҙы юлдан ситкә йүнәлтеүе ихтимал.
Водитель ултырғысы эргәһендә педалдәр аҫтына тәгәрәп төшөп, уларҙың ҡыҫылыуына килтерә алырлыҡ бер ниндәй ҙә әйберҙәр, мәҫәлән, һыулы шешә булырға тейеш түгел.
Машина йөрөтөүҙең һәр водитель үтәргә тейешле «алтын» ҡағиҙәләре бар:
- Башҡа юл хәрәкәте ҡатнашыусыларын ихтирам итеү.
- Хәрәкәт иткәндә хәүефһеҙ арауыҡты, тиҙлек режимын һәм юл ҡағиҙәләрен һаҡлау зарур.
- Алкоголь, шулай уҡ иғтибарҙы туплауҙы кәметеүсе, йоҡоно килтереүсе ҡайһы бер дарыуҙар эскәндән һуң руль артына ултырмаҫҡа.
Тиҙлек арттырыуҙың водителдең иң яуыз дошманы булыуын тағы бер тапҡыр һыҙыҡ өҫтөнә алғым килә. Һаҡлаусы-фәрештәгеҙ «артығыҙҙан өлгөрөрлөк» тиҙлек менән генә йөрөгөҙ.
Юл - юғары хәүеф зонаһы, унда шапырыныу, үҙ-үҙеңә артыҡ ышаныу, ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмау урынһыҙ. Үҙемдең инструкторлыҡ тәжрибәмә таянып шуны әйтә алам, йәш егеттәр водитель таныҡлығы алғандың тәүге йылында уҡ машинаның төҙөлөшөн бик яҡшы белә һәм уға теләһә ниндәй хәлдә лә идара итергә һәләтле кеүек тойолһа, был айырыуса хәүефле. Бындай үҙ - үҙеңә саманан тыш ышаныу яҡшыға килтермәй. Шуға руль артында һәр саҡ уяу булығыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ. Һәр кемдең ғүмере берәү генә икәнен иҫегеҙҙән сығармағыҙ.