+2 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
18 Февраль 2022, 12:26

Ауыл халҡы юғары тиҙлекле мобиль интернет өсөн тауыш бирҙе

«Мәғлүмәт инфраструктураһы» милли проекты сиктәрендә 2022 йылда Дәүләкән районындағы тораҡ пункттарының береһендә юғары тиҙлекле мобиль интернет барлыҡҡа киләсәк

Ауыл халҡы юғары тиҙлекле мобиль интернет өсөн тауыш бирҙе
Ауыл халҡы юғары тиҙлекле мобиль интернет өсөн тауыш бирҙе

Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығының «Илдең аҙ һанлы ауылдарын мобиль интернетҡа тоташтырыу» проектында Рассвет ауылы ҡатнаша. Көҙөн 4G (LTE) стандартындағы мобиль бәйләнеш үткәреләсәк ауылдар өсөн тауыш биреү ойошторолдо. 18 йәштән өлкәндәр Дәүләт хеҙмәттәре аша онлайн тауыш биргән.

2022 йылда бөтәһе төрлө төбәктәрҙән 2002 тораҡ пункт  4G бәйләнешенә тоташыу мөмкинлеге аласаҡ. Был интернет селтәренә тоташыу мөмкинлеге булмаған бөтә бәләкәй тораҡ пункттарының центын тәшкил итә. 2002  ауылдың 130-ы - башҡорт ауылдары.

Рассвет ауыл советы биләмәһе башлығы Дмитрий Карпов билдәләүенсә, ауыл халҡы 15 ноябрҙә тамамланған тауыш биреүгә әүҙем ҡушылған. «Ауылыбыҙ кәрәкле күләмдә тауыш йыйҙы. Хәҙер юғары тиҙлекле интернет килеүе күҙаллана. Элемтә линияһын үткәреү техник мөмкинлектәр ҙә бирәсәк. Дәүләкән районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Виктор Маслов билдәләүенсә, бәләкәй ауылдарҙы 2023 йылда мобиль интернетҡа тоташтырыу өсөн көҙөн  яңы тауыш биреү ойошторола. Унда Дәүләкән халҡы ла ҡатнашасаҡ.

 Автор: Рәсәй милли проекттары.

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: