Тиҙҙән Башҡортостанға Донбасс республикаларынан ике меңгә яҡын кеше киләсәк. Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Донбаста йәшәүселәрҙең Башҡортостанға киләсәктәрен әйтте һәм бындай кешеләргә ярҙам итергә кәрәклеген билдәләне. Уның фекеренсә, республикабыҙ халҡы битараф ҡалырға тейеш түгел. Был көндәрҙә Донецк һәм Луганск ҡалаларынан килгәндәр быны үҙ теләге буйынса эшләмәй, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Тәлғәт Тажетдин. Үҙ-ара хөрмәт күрһәтеү һәм туғандарса хеҙмәттәшлек итеү проблемаларҙы хәл итергә ярҙамлашасаҡ. Иң мөһиме, тыныс булһын, - ти ул, - сөнки бөтә кешеләр Алла алдында берҙәм ғаилә булып тора. Иманды һәм намыҫты эштәрҙә сағылдырырға кәрәк, шуға күрә бөгөн яҡлауһыҙҙарға ярҙам итеү мөһим. Был айырыуса балаларға, ҡатын-ҡыҙҙарға, ҡарттарға ҡағыла. Дин әһеле «был күп михнәтле төбәк»тә тыныслыҡ тергеҙелер тигән ышаныс белдерә.
Республиканың баш раввины ла Донбастан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам итергә саҡырҙы "Был беҙҙең бурысыбыҙ", - тине Дан Кричевский, Донбаста йәшәүселәргә ярҙам тураһында һөйләгәндә. Башҡортостандың баш раввины, Рәсәйҙең Өфөләге баш раввинаты вәкиле Дан Кричевский ни өсөн Донбаста йәшәүселәргә ярҙам итеү - беҙҙең бурысыбыҙ булыуын аңлатты. Республика, 2014 йылдағы кеүек үк, илдә тәүгеләрҙән булып Донбастан эвакуацияланған кешеләргә ярҙам итергә саҡырыуҙы ҡабул итте. Әле Башҡортостанда Луганск һәм Донецк өлкәләренән ике меңгә яҡын ҡасаҡ бар. Дан Кричевский был республикалар менән беҙҙе туғанлыҡ ептәре һәм уртаҡ мәҙәни, тарихи осорҙар һәм йолалар бәйләүе хаҡында иҫкә төшөрҙө. Ә беҙ үтәргә тейешле төп әмерҙә «яҡыныңды үҙеңде яратҡан кеүек ярат» тип әйтелә. Башҡортостандың йәһүдтәр ойошмаһы хәрби конфликттың киҫкенләшеүе һөҙөмтәһендә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә аныҡ һәм йоғонтоло ярҙам ойоштороу өсөн попечителлек советы ойошторған.
Хәҙер уларға йылы әйберҙәр, көнкүреш кәрәк-яраҡтары, торлаҡ, аҙыҡ-түлек һәм башҡа әйберҙәр кәрәк. Дан Кричевский республикала йәшәүселәрҙе Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларынан килгән ҡатын-ҡыҙҙарға һәм балаларға ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтергә, уларға теләктәшлек һәм ярҙам күрһәтергә саҡырҙы.
Беҙҙең районда ла ярҙам саралары ойошторолдо. Был өлкәләрҙән килгән кешеләр өсөн өнкүреш кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым, һауыт-һаба йыйыу бара. Район халҡы был мөһим эштән ситтә ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ.
Авторҙар: Ольга Юдина, Галина Бурдилева.