0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
9 Март 2022, 11:00

8-16 йәшлек балаларға пособиелар

Башҡортостанда йәшәүселәр 8-16 йәшлек балаларға яңы түләүҙәрҙе май айында уҡ  ала башлаясаҡ.

8-16 йәшлек балаларға пособиелар
8-16 йәшлек балаларға пособиелар

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин 2022 йылдың 8 мартында балалы ғаиләләр өсөн ярҙам саралары хаҡында иғлан иткәйне.

Яңы түләүҙе тәғәйенләү өсөн шарттар 3-тән 7 йәшкәсә балаларға пособие тәғәйенләү өсөн күрһәтелгән шарттарға оҡшаш. Пособиелар Башҡортостан Республикаһында балаға йәшәү минимумы кимәленең 50, 75 йәки 100 проценты күләмендә тәғәйенләнә. Бында ғаиләнең мөлкәте иҫәпкә алына, шулай уҡ «нуленсе килем» ҡағиҙәһе ғәмәлдә ҡала.

Алгоритм түбәндәгесә. Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумынан 50% (5 339,5 һум) күләмендә пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең йән башына уртаса килеме йән башына йәшәү минимумынан кәмерәк булһа, балаға пособие төбәктәге йәшәү минимумының 75 проценты (8 009,25 һум) күләмендә тәғәйенләнә. Әгәр балаға төбәктәге йәшәү минимумының 75 проценты (8 009,25 һум) күләмендә пособие тәғәйенләгәндә ғаиләнең йән башына уртаса килеме йән башына йәшәү минимумынан аҙыраҡ булһа, балаға пособие төбәктәге йәшәү минимумының 100 проценты күләмендә (10 679 һум) билдәләнә.

Башҡортостанда балалы ғаиләләргә 20 төр пособие түләнә. Шул пособиеларҙың 11-е - төбәк ҡаҙнаһы, 9-ы федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә. Йыл һайын республикала 70 мең самаһы балалы ғаилә түләү алыу өсөн мөрәжәғәт итә. Әйтәйек, республикала 3-7 йәшлек балалары булған 67 987 ғаилә пособие ала, уларҙа 79 519 бала тәрбиәләнә.

«Башинформ» агентлығы материалдарынан.

Автор:"Башинформ" агентлығы
Читайте нас: