-16 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Март 2022, 14:00

Өфөлә биатлон буйынса ярыштар үтәсәк

2022 йылдың 12 мартынан 17-һенә тиклем Өфөлә биатлон буйынса Рәсәй кубогының һуңғы этабы һәм Рәсәй чемпионаты уҙа. Ярыштарҙа Рәсәйҙең 30 төбәгенән һәм Беларусь Республикаһынан иң көслө биатлонсылар ҡатнашасаҡ.

Өфөлә биатлон буйынса ярыштар үтәсәк
Өфөлә биатлон буйынса ярыштар үтәсәк

Рәсәй биатлонсылары союзы президенты Виктор Майгуров Белорус спортсыларының Рәсәй Кубогы һәм Рәсәй Чемпионаты ярыштарында ҡатнашыуы тураһында ҡарарҙың Белоруссия биатлон федерацияһы рәйесе Андриан Алексеевич Цыбульский менән үҙ-ара килешеү буйынса ҡабул ителеүе, бер кем менәндә конфронтацияға ынтылмауыбыҙ, илдәребеҙ спортсыларының мәнфәғәтенән сығып эш итеүебеҙ, белорус биатлонсыларының ҡатнашыуы, һис шикһеҙ, Өфөлә һәм Төмәндә үтәсәк ярыштарҙың кимәлен күтәрәсәген  белдерҙе. Ярыштар ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында алты уҙышты - спринттар (Рәсәй кубогы финалы), эҙәрлекләү ярыштары һәм ҙур масс-старттарҙы (бөтәһе лә Рәсәй чемпионаты сиктәрендә) үҙ эсенә ала.

Унда Александр Логинов, Эдуард Латипов, Максим Цветков, Антон Бабиков, Кәрим Хәлили, Кристина Резцова, Лариса Куклина һәм Рәсәйҙең, Беларусь Республикаһының башҡа иң көслө биатлонсылары ҡатнашасаҡ.

РӘСӘЙ КУБОГЫ ФИНАЛЫН ҺӘМ РӘСӘЙ ЧЕМПИОНАТЫН ҮТКӘРЕҮ ПРОГРАММАҺЫ

11 март, 16:00 сәғәттә - ярыштарҙы асыу тантанаһы

12 март, 11.00 сәғәттә – спринт 10 км - ир-егеттәр; 14.00 - спринт 7,5 км - ҡатын-ҡыҙҙар

14 март, 11.00 сәғәттә - 12,5 саҡрымлыҡ эҙәрлекләү уҙышы - ир-егеттәр; 13.30 - эҙәрлекләү уҙышы 10 км - ҡатын-ҡыҙҙар

16 март, 11.00 – ҙур масстарт 15 км - ир-егеттәр; 13.30 – ҙур масстарт 12 км - ҡатын-ҡыҙҙар

Автор: Лилия Гайсина
Читайте нас