0 °С
Болотло
Республика халҡынан Донбасҡа гуманитар ярҙам колоннаһы оҙатылды. Унда аҙыҡ-түлек, тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр, балалар кейемдәре. Кешеләр гуманитар ярҙам йыйыу пункттарына бәйләгән ойоҡбаш, бейәләйҙәр, кейемдәр килтерә.
Дәүләкәндәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар район Мәҙәниәт йортонда ойошторолған гуманитар ярҙам пунктына тәү сиратта кәрәкле әйберҙәр килтерҙе.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ЛНР һәм ДНР халыҡтарына гуманитар ярҙам бөтә Башҡортостан буйынса ойошторолған.