+2 °С
Болотло
Радий Хәбиров үҙенең подписчиктарына Инстаграм социаль селтәренән сығыуы тураһында хәбәр итте. Был майҙансыҡта ул яңылыҡтар менән бүлеште, үҙенең эштәре хаҡында белдереп торҙо. Әммә хәҙер унан сығыуы тураһында ныҡлы ҡарарға килә.
«Мин бер нисә йыл дауамында ошонда үҙемдең эшмәкәрлегем тураһында һөйләп торҙом. Әммә был майҙансыҡта беҙҙең хәрбиҙәрҙе үлтерергә саҡырыуға бәйле, артабан бында ҡалыуҙың мәғәнәһен күрмәйем. Һәр нормаль кеше шулай итер ине тип уйлайым», - тине төбәк Башлығы.
Был майҙансыҡтан власть органдары, губернаторҙар, билдәле сәнғәт эшмәкәрҙәре, йәмәғәтселек, ябай кешеләр күпләп сыҡты.