-3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2022, 15:00

Кондитерҙар сеймал менән тулыһынса тәьмин ителгән

Башҡортостанда кондитер изделиеларын етештереүселәрен сеймал менән тәьмин итеүҙә өҙөклөктәр булмаясаҡ

Кондитерҙар сеймал менән тулыһынса тәьмин ителгән
Кондитерҙар сеймал менән тулыһынса тәьмин ителгән

Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы, республика кондитер изделиелары етештереүселәренең проблемалары булмаясағын белдерә: кондитер изделиелары рецептураһы һәр ваҡыттағыса урындағы сеймалға нигеҙләнә, һәм республика  кондитерҙарҙы үҙ сеймалы менән тулыһынса тәьмин итә. 2021 йылда, Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 94 махсуслаштырылған кондитер изделиелары һәм 174 икмәк бешереү производствоһы кондитер изделиелары сығарған. Улар өсөн сеймалды урындағы етештереүселәр килтергән. Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығында 2022 йылдың ғинуарына ҡоро һөт һәм ҡаймаҡ, таҙартылған үҫемлек майҙары һәм башҡа аҙыҡ-түлек буйынса яҡшы үҫеш күҙәтелеүен билдәләнеләр.

Башҡортостан Республикаһы - тауар балы етештереү буйынса алдынғы төбәк булып тора. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат секретары Алмаз Ғәлимов 2021 йылда республикала 11 мең тоннанан ашыу бал етештерелеүен, шуның 6,1 мең тоннаһы - тауар балы, уның республикаға Рәсәй субъекттары араһында тауар балын етештереү буйынса икенсе урын алырға мөмкинлек биреүен, милли ризыҡ нигеҙендә эшләнгән үҙенсәлекле рецептар һөт һәм һөт ризыҡтарын, шәкәр, үҫемлек майын һәм бал ҡулланыуҙы күҙ уңында тотоуын, шуға кондитер изделиеларын етештереү өсөн тулҡынланырға кәрәкмәгәнлеген белдерҙе.

Рәсәй етештереүселәренең дә бөтәһе лә яҡшы буласаҡ: Росстат статистикаһына ярашлы, Рәсәйҙә 4356 предприятие кондитер продукцияһы сығара. Оло һәм бәләкәй компаниялар, микропредприятиелар эске баҙарҙы шәкәрле кондитер изделиелары, шоколад, шоколадлы кондитер изделиелары һәм ондан бешерелгән кондитер изделиелары менән тулыландыра. Производствола ҡулланылған сеймалдың: он, шәкәр, һөт һәм һөт продукттары, майҙың күпселек өлөшө Рәсәй Федерацияһында етештерелә. Улар етерлек, булыу-булмауына бәйле хәл тыныс.

Климат үҙенсәлектәре буйынса урында етештерелмәгән продукттар, мәҫәлән, какао-ҡуҙаҡтар, Африка илдәренән индерелә. Әлеге ваҡытта Рәсәй етештереүселәре альтернатив тәьминәтселәр эҙләй, әммә булған бәйләнештәрҙән баш тартырға йыйынмай. АСКОНД Кондитер сәнәғәте предприятиелары ассоциацияһының башҡарма директоры Вячеслав Лашманкин бөтә донъяның күләмле сегменттағы какао-ҡуҙаҡтарҙы ике илдә – Гана һәм Кот-д, Ивуарҙа һатып алыуы, шуға бөгөн Африка сеймалын Көньяҡ-Көнсығыш Азияла үҫкән сеймалға алмаштырыу хаҡында һүҙ бармауы, кондитер компанияларының төрлө мөмкинлектәр эҙләүен, шулай уҡ сеймалды (йәғни шоколад һәм какао-ҡуҙаҡтарҙы) Көньяҡ-Көнсығыш Азиянан һатып алған, Латин Америкаһында үҫкән сеймалдар менән эшләгән компаниялар булыуын белдергән.

Рәсәй Федерацияһында етештерелгән кондитер продукцияһының үҙенсәлекле ассортименты илебеҙҙән ситтә лә ҙур һорау менән файҙалана: 2021 йыл йомғаҡтары буйынса етештерелгән 4 миллион тонна кондитер продукцияһының - 20 проценты, шоколад һәм шоколад изделиелары хаҡында һөйләгәндә, етештерелгән продукцияның 30 проценты экспортҡа оҙатылған.

 


Автор: Лилия Гайсина
Читайте нас