+2 °С
Болотло
Рәсәйҙә аҙ килемле ғаиләләр өсөн өҫтәмә ярҙам сарлары булдырыла – ай һайын 8 йәштән 16 йәшкә тиклемге балаларға аҡса түләнә. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо хаҡта белдерҙе.
Хәҙерге ваҡытта илдә йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ете йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән аҙ килемле ғаиләләргә айлыҡ дәүләт ярҙамы күрһәтелә, тип билдәләне ил Президенты. Бынан тыш, 8-16 йәштәге балаларын яңғыҙы ҡараған ата-әсәләргә ярҙам тураһында иҫкә төшөрҙө.