Башҡортостан һуңғы өс йылда «Һанлы иҡтисад» милли программаһы сиктәрендә федераль бюджеттан 363 миллион һум аҡса алды. Республиканың ИТ-өлкәһен үҫтереү өсөн 2019 йылда - 90 миллион, 2020 йылда - 120 миллион, 2021 йылда 153 миллион һум йүнәлтелгән. 2022 йылда ла республикала агросәнәғәт комплексын һанлаштырыуға ҙур иғтибар бүлеү күҙаллана. Һанлы трансформация ойоштороу (федераль аҡса йәлеп итеү мөмкинлеген дә индереп) сиктәрендә кәм тигәндә ете ауыл хужалығы предприятиеһы консультациялар, мәғлүмәти һәм методик ярҙам аласаҡ.
Рәсәйҙең Һанлы үҫеш министрлығы «Һанлы иҡтисад» милли программаһын федераль кимәлдә тормошҡа ашырыу йомғаҡтарын анализлай. Ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко «Һанлы иҡтисад» милли программаһы күрһәткестәренә ирешмәү хәүефтәренә комплекслы анализ үткәреү һәм уны ағымдағы иҡтисади хәлгә яраҡлаштырыу буйынса йөкләмә бирҙе. Шул уҡ ваҡытта ул, министрлыҡтың төп бурысы - бәләкәй ауылдарҙы интернетҡа тоташтырыу буйынса алған социаль йөкләмәләрҙе үтәү, тармаҡ өсөн белгестәр әҙерләүҙе дауам итеү, был граждандарҙың именлеген тәьмин итеү һәм ойошмаларҙың ватан производство берекмәһенә күсеүен тиҙләтеү икәнлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ил Хөкүмәте ИТ-тармаҡты үҫтерергә һәм инвестицияларға ниәтләй. ИТ-компанияларға грант ярҙамы (был хаҡта ентекләберәк ит-гранты.рф сайтынан белергә мөмкин), льготалы кредитлау, бер нисә һалым преференцияһы һәм башҡалар кеүек ярҙам саралары комплексы эшләй башланы ла инде. Бындай ҡарарҙар иҫәбендә - дәүләт мәғлүмәт системаларының ватан софтына күсеүе һәм дәүләт органдарының «дәүләт болоттары» селтәренә инеүе. Чернышенко Һанлы үҫеш министрлығына март аҙағына тиклем «Һанлы иҡтисад» милли программаһын анализлау һөҙөмтәләрен һәм уға ирешмәүҙең хәүефен кәметеү буйынса күреләсәк саралар, шулай уҡ уның составына ингән федераль проекттарҙың паспорттарын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр әҙерләү бурысын йөкмәтте.