0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
15 Март 2022, 16:55

Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса йәмәғәт советы

ВКонтакте  эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса йәмәғәт советын булдыра

Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса йәмәғәт советы
Эшҡыуарҙарға ярҙам итеү буйынса йәмәғәт советы

ВКонтакте урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса йәмәғәт советын булдыра. Совет составына эшҡыуарҙар һәм «Рәсәй терәге» йәмәғәт ойошмаһы вәкилдәре инә. Советтың төп маҡсаты - бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә яңы шарттарға яраҡлашырға һәм бизнесты үҫтереүҙә ярҙам итеү һәм мөмкин тиклем уларҙың мәнфәғәттәрен иҫәпкә алыу.

VК компанияһының генераль директоры Владимир Кириенко күпселек урта һәм бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең бөгөн онлайн эшләүе сәбәпле, бергәләп эшҡыуарҙарға һәм ҡулланыусыларға уңайлы булырҙай сервистарҙы үҫтерергә һәм өйрәнергә әҙер булыуҙары, бының өсөн эшҡыуарҙар берләшмәһе идеяларын һәм тәҡдимдәрен иҫәпкә алған совет ойошторолоуы, ВКонтакте селтәрендә әле үк  2 миллиондан ашыу эшҡыуар үҙ тауарҙарын һәм хеҙмәттәрен тәҡдим итеүе, һуңғы ял көндәрендә генә 100 меңдән ашыу бизнес-берләшмә ойошторолоуы, ВКонтакте селтәренең бизнес платформаһында эшҡыуарҙар интернетта үҙ эшен башлау һәм үҫтереү өсөн бөтә кәрәкле ҡоралдарҙы таба алыуы тураһында белдерҙе. Үҙ сиратында, «Рәсәй терәге» командаһы фокус-төркөмдәр үткәреү һәм профилле бизнес-берләшмәләрҙән фекер йыйыу нигеҙендә онлайн һатыу механизмдары буйынса комплекслы тармаҡ экспертизаһы тәҡдим итәсәк. Совет - бөтә ил буйынса эшҡыуарҙарҙан оператив тәҡдимдәр йыйыу өсөн асыҡ әңгәмә майҙансығы һәм берҙәм тәҙрә. Эксперттар шулай уҡ үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ һәм яңы шарттарҙа бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәре осраған бурыстарҙы формалаштырырға ярҙам итәсәк.

Совет составына:

 «Рәсәй терәге» президенты Александр Калинин;

Классифайда бизнес-юнита, бәләкәй һәм урта бизнес һәм VК электрон коммерция етәксеһе Юрий Новиков;

MAMANONSTOP сауҙа маркаһы ойоштороусыһы Евгения Лазарева;

Tkanoff Group селтәренең генераль директоры һәм Sk Selektion брендына нигеҙ һалыусы Елена Краснова;

Hydrop брендына нигеҙ һалыусы Марина Росс инде.

ВКонтакте селтәрендә мәғлүмәт йыйыу өсөн бизнес-берләшмә эшләй. Һәр эшҡыуар уның сиктәрендә үҙ бизнесын йәки тотош секторҙы үҫтереүгә ярҙам итәсәк проекттар һәм башланғыстар тәҡдим итә ала. Совет бөтә ғаризаларҙы оператив рәүештә эшкәртәсәк һәм яңы ярҙам сараларын (шул иҫәптән партнерҙар йәлеп итеп ) үҫтерәсәк.

Шулай уҡ ВКонтакте селтәрендә булдырылған Бәләкәй һәм урта бизнесҡа ярҙам итеү йүнәлеше лә ярҙам итәсәк. Эшҡыуарҙар берләшмәлә платформаны һәм инструменттарҙы яңыртыу хаҡында мәғлүмәттәрҙе тәүлек әйләнәһенә аласаҡ.

 

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: