0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2022, 21:15

Районда М. Аҡмуллаға арналған сара үтте

16 мартта, Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылында бөйөк мәғрифәтсе, шағир Аҡмулланың тормош юлы һәм ижадына арналған сара ойошторҙолар

Районда М. Аҡмуллаға арналған сара үтте
Районда М. Аҡмуллаға арналған сара үтте

Билдәле булыуынса, 2021 йылдың 14 декабрендә танылған башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың тыуыуына 190 йыл тулды. Ошо уңайҙан республикала, шул иҫәптән беҙҙең районда ла бик күп саралар ойошторолдо. Уларҙы 2022 йылда ла дауам итергә булдылар һәм район башҡорттары ҡоролтайы тарафынан Миәкә, Ауырғазы, Шишмә, Дәүләкән, Ҡырмыҫҡалы райондары вәкилдәре ҡатнашлығында уҙғарылған ултырышта күренекле шағирға арналған сараларҙы дин менән бәйләп артабан да уҙғарырға ҡарар иттеләр.

Бөгөн, 16 мартта, Дәүләкән районы Яңы Яппар ауылы тәүгеләрҙән булып бөйөк мәғрифәтсе, шағир Аҡмулланың тормош юлы һәм ижадына арналған сара үткәрҙе. Ауылдың хәҙрәте Рәйес Сәфиуллин, балалар баҡсаһы мөдире Гөлсинә Таһирова, уҡытыусы Мәзүнә Ҡолоева кисәне ойоштороуҙа башлап йөрөүселәр булды.

Билдәләнгән ваҡытҡа ауыл мәктәбенә ҡунаҡтар: Дәүләкән мәсетенән Рәфис хәҙрәт Сафин, Рәйес хәҙрәт Мөхәррәмов, Көрмәнкәй ауылы имамы Фәнил хәҙрәт килде.

Сараны асып, Яңы Яппар ауылы хәҙрәте Рәйес Сәфиуллин шағир иҫтәлегенә Ҡөръән уҡыны һәм М. Аҡмулла тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтте. Артабан кисәгә йыйылыусылар башҡорт шағирының шиғырҙарын уҡыны, уның тормош юлы тураһындағы иҫтәлектәре менән уртаҡлашты. Сарала шулай уҡ һәүәҫкәр артистар ҙа ҡатнашты. Мәҫәлән, Рәйес хәҙрәт халыҡ йырҙары «Таштүрә», Маһира Рысаева «Тәнәкәй»ҙе башҡарһа, Янур Ҡолоев гармунда матур итеп уйнаны, ә тормош иптәше Нәзирә уға ҡушылып, моңло итеп йырланы. Шулай уҡ Фәрзәнә Минеғолова, Гөлгөнә Хәлиуллиналарҙың сығыштары, 80 йәшлек Венера инәй Солтанова әйткән мөнәжәттәр ҙә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Ауылда ғына түгел, ә район, республика кимәлендә ойошторолған төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашыусы Филүс Хәлиуллиндың шағирҙың тормошо тураһында һөйләүен барыһы ла тын да алмай тыңланы. Кисәлә шулай уҡ ауыл мәктәбе уҡыусылары ла сығыш яһаны һәм М. Аҡмулланың шиғырҙарын яттан уҡыны.Сара Аҡмулланың Нәсихәттәр шиғырындағы 7 ҡиммәткә нигеҙләнеп үткәрелде: иман, күңел, аҡыл, әҙәп, сабыр һәм ихлас булыу кеүек төшөнсәләргә бағышланды.

Ҡатнашыусылар кисә һуңында күмәк көс менән әҙерләнгән табын артына йыйылып, шағирҙы иҫкә алды, тағы бер тапҡыр аяттар уҡыны һәм Рәйес хәҙрәт бешергән тәмле былауҙан, хуш еҫле сәйҙән ауыҙ итте.

 

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: