+17 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
17 Марта 2022, 10:25

Оҫталыҡ сәнғәткә ярҙамға килә

Һәүәҫкәр артистарға тегелгән милли костюмдар матурлығы менән таң ҡалдыра

Добавить в предпочтительные источники Google
Оҫталыҡ сәнғәткә ярҙамға киләОҫталыҡ сәнғәткә ярҙамға килә
Оҫталыҡ сәнғәткә ярҙамға килә

Үткән йыл район Мәҙәниәт йортоноң «Кесе Ватаныбыҙ  мәҙәниәте» федераль  проектында ҡатнашыуы һөҙөмтәһендә былтыр был учреждение матди ярҙам алды. Бүленгән аҡсаларға тынлы оркестр өсөн музыка ҡоралдары, милли кейемдәр, оргтехника, тауыш ҡорамалдары һатып алынды. Район Мәҙәниәт йорто филиалдары ла ситтә ҡалманы. Йыл аҙағында «Камелия» ательеһы Ташлы-Шәрип һәм Бик-Ҡарамалы ауыл клубтары өсөн татар сәхнә костюмдарын тегеүгә заказ ҡабул итте.

Милли кейем тегеү - ул бик ауыр һәм яуаплы эш, сөнки бында милли колоритты иҫәпкә алырға, тарихты белергә, туҡыманы дөрөҫ һайлай белергә кәрәк. Һәр эштәге кеүек үк, зирәклек, сабырлыҡ, сыҙамлыҡ талап ителә. Ә оҫта ханымдарға был сифаттар тулыһынса хас. Бынан тыш, Лиана Ғарифуллина менән Эльвира Ибәтуллинаның был йүнәлештә тәжрибәһе етерлек.

Бөгөн яңы костюмдар артистарҙың үҙҙәрен генә түгел, тамашасыларҙы ла ҡыуандыра. 2021 йылдың декабренең һуңғы көндәрендә ауыл халҡы республика баҫмалары: «Кызыл таң» гәзите һәм «Толпар» журналы вәкилдәре менән осрашыуға йыйылды. Ауыл клубы сәхнәһендә художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар яңы милли костюмдарҙа концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Байрамға Лиана Марат ҡыҙының үҙен дә саҡыралар. Баш ҡала ҡунаҡтарына уның эше бик оҡшай, йыйылыусылар  костюмдарҙың матурлығына һоҡланып туя алмай .

 

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас