-4 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2022, 00:05

Йорт һалдым. Уға документтарҙы нисек тултырырға?

Бер нисә варинат бар. Үҙегеҙгә яйлыһын һайлағыҙ

Йорт һалдым. Уға документтарҙы нисек тултырырға?
Йорт һалдым. Уға документтарҙы нисек тултырырға?

Йорт һалыу – ул тиҙ генә башҡарыла торған эш түгел, ә йортҡа һәм ергә бөтә кәрәкле документтарҙы рәсмиләштереү айырыуса күп ваҡыт талап итә . Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы был процесты нисек тиҙләтеү тураһында һөйләй. «Районка» һеҙҙе яңы төҙөлгән йортто рәсмиләштереүҙең бер нисә ысулы менән таныштыра.

Һорау: Үҙ участкамда төҙөргә йыйынам. Хәҙер төҙөлөшкә рөхсәт  талап ителмәй, ә йортто рәсмиләштереүҙең ике ысулы бар, тип уҡығайным ҡайҙалыр. Ниндәй ысулдар  һәм улар араһында ниндәй айырма бар?

 Был һорауға Росреестрҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клиц яуап бирә:

 «Ысынлап та, әгәр ул шәхси торлаҡ төҙөү, шәхси ярҙамсы хужалыҡ йәки баҡсасылыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ерҙә булһа, торлаҡ йорт төҙөүгә рөхсәт алырға кәрәкмәй. Әгәр һеҙ йорт төҙөргә планлаштыраһығыҙ икән, һеҙҙең өсөн  ике юл бар. Беренсеһе - белдереү тәртибендә, икенсеһе – ябайлаштырылған тәртиптә. Был нимәне аңлата?

Белдереү тәртибендә

  1. Төҙөлөш башлар алдынан кеше урындағы хакимиәткә йорт төҙөргә планлаштырыуы хаҡында хәбәр итергә тейеш. Унда төҙөлөш параметрҙарын (участканың адресы, йорттоң нисә ҡатлы буласағы, ниндәй материалдарҙан төҙөләсәге) күрһәтеп, махсус формалағы документ тултырырға кәрәк буласаҡ. Әгәр бөтә ошо параметрҙар ҡала төҙөлөшө ҡануниәтенә тап килһә, хакимиәт һеҙгә төҙөлөшкә ризалыҡ биреү тураһында белдереү ҡағыҙы ебәрә.
  2. Төҙөлөш тамамланғас, кадастр инженерын саҡырырға кәрәк. Ул төҙөлгән объекттың техник планын төҙөй.
  3. Тәүге ике пункт үтәлгәс, төҙөлөштө тамамлау тураһында белдереү ҡағыҙын һәм кадастр инженеры тарафынан әҙерләнгән документтарҙы хакимиәткә алып барырға кәрәк. Хакимиәт Росреестрға документтарҙы электрон рәүештә тапшыра, ә милексегә йортон кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм милек хоҡуғын теркәү тураһында Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) өҙөмтә бирелә.

Ябайлаштырылған тәртип

Был вариант алдағыһына оҡшаш,  әммә был осраҡта кеше хакимиәткә мөрәжәғәт итеп тормай, ә бөтә мәсьәләләрҙе үҙ аллы хәл итә.

  1. Төҙөлөш башлар алдынан кеше планлаштырылған йорттоң параметрҙары ҡануниәт талаптарына тап килеүенә инанырға тейеш.
  2. Төҙөлөш тамамланғас, кадастр инженерын саҡырырға кәрәк, ул яңы төҙөлгән объекттың техник планын әҙерләй.
  3. Буласаҡ милексе йортон кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм милек хоҡуғын теркәү өсөн Росреестрға документтарын үҙе ебәрә һәм Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан (ЕГРН) өҙөмтә ала.

 Әгәр төҙөлгән килешеү шарттарында ҡаралған булһа, документтарҙы кадастр инженеры ла тапшыра ала.

Автор: Алия Уразбахтина
Читайте нас