

Уның өләсәһе Вәлиева Зәйнәп Самат ҡыҙы Мәкәш ауылында тыуып үҫкән. Ата-әсәнең дүрт балаһы була: ҡыҙҙары Зәйнәп, улдары Сабир, Ҡотләхмәт, Сәғит. Һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда ғаиләгә ҡайғы килә: ҡапыл ғына әсәләре үлеп китә, ә аталарын, кулак мөһөрө тағып, 1937 йылда һөргөнгә ебәрәләр, һуңынан атырға тигән ҡарар сығарыла. Тома етем ҡалған дүрт баланы туғандары һыйындырған. Башта - берәүҙәре, һуңынан икенселәре тәрбиәләп ҡараған.
Армия йәшенә еткәс, егеттәрҙе фронтҡа алғандар, улар һуғыш яланынан Еңеү менән әйләнеп ҡайтҡан. Уларҙың исемдәре Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы хөрмәтенә өс юл сатында асылған мемориалға яҙылған. Шул ваҡыттан алып Зәйнәп инәйҙең ейәнсәре Әлиә Урал ҡыҙы йыл һайын 9 майҙа ошо мемориалға килеп, туғандарына һәм бөтә яҡташтарына ихтирам күрһәтеп, һәйкәлгә сәскәләр һалып китә.
Һуғыш тураһында ул өләсәһенең һөйләгәндәре буйынса һәм киноларҙан ғына ҡарап белә. Зәйнәп инәй ир туғандарын бик яратҡан һәм улар тураһында һәр ваҡыт һөйләр булған. Яҡындарына булған һөйөүҙе ейәнсәренә тапшыра алған. Алия бабаларының батырлығы менән сикһеҙ ғорурлана.