-11 °С
Ясна
Ни өсөн тигәндә, бөгөн ысынында яҙ башлана – Наурыҙ байрамы билдәләнә. Быйыл ул 21 мартҡа тура килә. Ҡыш нисек кенә “ҡарышмаһын”, ҡар-елдәрен уйнатмаһын, тәбиғәт ҡанундарына ярашлы, миҙгелдәр алышына. Еребеҙгә яҙ килә. Был байрамды төрки халыҡтары элек-электән ҙур әҙерлек менән көтөп алған. Өйөңдө таҙалыуҙан тыш, үҙеңде лә “таҙалау”, йәғни башыңдағы юҡ-бар уйҙарҙы сығарып ташлау талап ителгән. Байрамға әҙерлек бер нисә аҙна алдан башланған.
Әммә быуаттар дауамында шуныһы үҙгәрешһеҙ ҡала - оҙайлы ҡыштан һуң тәбиғәт уянған йылы миҙгелде әле лә һәр ҡайһыбыҙ көтөп ала.