Юлдарҙа балаларҙың именлеге - һәр ваҡытта, айырыуса хәҙер, балалар урамда йышыраҡ йөрөгән һәм улар ҡатнашлығындағы хәл-ваҡиғалар ихтималлығы артҡан яҙғы каникулдар алдынан, көнүҙәк тема булып ҡала. Ағымдағы йылдың ике айында ғына республикала ошондай 43 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән. Уларҙа ике бала һәләк булған, 50-һе төрлө тән йәрәхәттәре алған, уларҙың икәүһе - беҙҙең райондан. Йыш ҡына балалар ошондай юл-транспорт ваҡиғаларына үҙҙәренең һаҡһыҙлығы, мәҫәлән, рөхсәт ителмәгән урындан юл аша сығыуы арҡаһында эләгә. Граждандарҙың иғтибарын был проблемаға йәлеп итеү һәм юлдағы фажиғәләргә юл ҡуймау өсөн 21 марттан Башҡортостанда «Иғтибар - балалар» иҫкәртеү акцияһы башланды.
«Иғтибар - балалар» акцияһы 8 апрелгә тиклем дауам итә. Был ваҡытта Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре мәғариф идаралығы вәкилдәре менән берлектә балалар һәм үҫмерҙәр ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғалары һанын кәметеүгә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән саралар ойоштора. Улар - мәктәп уҡыусылары менән төрлө әңгәмәләр, тематик уйындар, конкурстар үткәреү һәм башҡалар. Бындай сараларҙың бер өлөшө райондың белем биреү учреждениеларында үткән аҙналағы тематик шәмбе сиктәрендә үтте. Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ҡабатлау уларҙың төп темаһы булды. Мәҫәлән, 7-се мәктәптә өлкән класс уҡыусылары өсөн класс сәғәттәре һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре дәрестәре үткәрелде, урта йәштәге уҡыусылар авария-ҡотҡарыу хеҙмәттәре вәкилдәре менән аралашты, ә башланғыс класс уҡыусылары хәүефһеҙ юл хәрәкәте темаһын уйындар ярҙамында өйрәнде. Мәҫәлән, икенсе класс уҡыусылары өсөн күңелле сара ойошторолдо. Уның барышында балалар белемде үҫтереүсе роликтар ҡараны, викторина һорауҙарына яуап бирҙе, кроссвордтар систе, блиц һорау алыуҙа ҡатнашты һәм автомобиль аптечкаһында булған нимәләр ярҙамында аҙ йәрәхәтләнгәндә медицина ярҙамын нисек күрһәтергә мөмкин икәнлеге менән танышты. Бынан тыш, күп уҡыусылар, балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре һәм хатта тотош ғаиләләр «Матур итеп балҡы» тигән флешмобта ҡатнашты. Улар Дәүләкән халҡына ни өсөн кейемдә фликерҙар йәки яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтар булырға кәрәклеге тураһында һөйләгән видеороликтар төшөрҙө һәм уларҙы социаль селтәрҙәргә урынлаштырҙы.
«Яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар ысынлап та бик мөһим. Улар юлда йәйәүлеләрҙе күреү мөмкинлеген арттыра һәм юл-транспорт ваҡиғалары килеп тыуыу хәүефен кәметә, - тип һөйләй Рәсәй Эске эштәр министрлығының Дәүләкән районы буйынса ЮХХДИ бүлегенең юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропагандалау инспекторы Елена Петрова. - Мәҫәлән, әгәр яҡын фаралар яҡтылығы водителгә йәйәүлене юлда 25 - 50 метр алыҫлыҡтан күреү мөмкинлеге бирһә, кейемендә яҡтылыҡты кире ҡайтарыусы элементтар булған йәйәүлеләр 150 - 200 метрҙан күренә, ә алыҫ фаралар яҡтыһында был ара 350 метрға тиклем арта. Был водителгә тейешле ҡарар ҡабул итеп өлгөрөү өсөн15 - 25 секунд ваҡыт бирә. Бындай элементтарҙы өҫкө кейемгә, рюкзактарға, сумкаларға, велосипедтарға, балалар коляскаларына дөрөҫ беркетеү мөһим. Яҡтылыҡ ҡайтарғыстарҙы ике яҡлап та урынлаштырырға кәрәк, сөнки ошолай эшләгәндә, ул водителдәргә йәйәүлеләрҙе тағы ла яҡшыраҡ күреү мөмкинлеге бирәсәк».
Был һүҙҙәрҙе водителдәр һәм ата-әсәләр үҙҙәре лә раҫлай. «Балам булғансы был темаға ныҡлап уйланманым, ә улым тыуғас һәм үҙем руль артына ултырғас, фликерҙарҙың юлдарҙа ни тиклем көслө ярҙам күрһәтеүен аңланым. Бигерәк тә ҡыш көнө йәки киске ваҡытта, - тип фекере менән уртаҡлаша ҡалала йәшәүсе Ксения Кузнецова. - Ҡараңғыла бер кем дә күренмәй, өҫтәүенә, өфөлөләр башлыса ҡара төҫтәге кейемдәрҙә йөрөй. Ә маяҡ ҡуҙғала башлағанын күрһәң, һағыраҡ булырға кәрәклеген аңлайһың, тимәк, алда - кеше. Шуға хәҙер, баламды һәм водителдәрҙе хәүеф аҫтына ҡуйыуҙан һаҡлаясаҡ яҡтылыҡ ҡайтарыусы элементтары булған кейемдәр генә һайларға тырышам».
Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Иғтибар - балалар» акцияһы сиктәрендә Дәүләкән юлдарында рейдтар уҙғарыуын дауам итә. Балаларҙы автомобилдәрҙә йөрөтөүгә айырым иғтибар биреләсәк. Юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары әйтеүенсә, ошондай рейдтар барышында көн һайын ҡалала кәмендә бер хоҡуҡ боҙоусы асыҡлана.