

Республика шәкәргә ҡытлыҡ кисермәйәсәк. Был хаҡта республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә БР ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Рәмил Нуриәхмәтов хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, 2021 йылда республикала 150 мең тонна шәкәр етештерелгән. Ул заводтарҙа шәкәр барлығы тураһында белдерҙе, шуға республика халҡын шәкәрҙе күпләп һатып алмаҫҡа саҡырҙы. Көн һайын заводтар 550 тонна самаһы шәкәр тейәп оҙата - уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда шәкәр тейәү ике тапҡырға артҡан.
Рәмил Нуриәхмәтов заводтарҙың ойошмаларға шәкәрҙе раҫланған исемлек буйынса, тәү сиратта төбәк сауҙа селтәрҙәре, икмәк бешереү һәм кондитер тармағы етештереүселәре һәм күмәртәләп һатыусы компанияларға планға ярашлы тейәп оҙатыуы тураһында әйтеп үтте. Бынан алда Рәсәй Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығы етәксеһе урынбаҫары Виктор Евтухов «Объсняем.рф» интернет-порталына шәкәр менән бәйле хәлде һәм уға хаҡтарҙы көйләү өсөн сауҙа селтәрҙәренең нимәләр эшләүе хаҡында һөйләгәйне. Ул шәкәр менән проблемаларҙың юҡлығын, етештереүселәребеҙҙең уны етерлек кимәлдә етештереүен, экспортты тыйыу һәм ошо продукттың ирекле импорты тураһында ҡарар ҡабул ителеүен иҫәпкә алып, бөгөнгә ихтыяжлы тауар менән өҙөклөктәр көтөлмәүен белдерҙе.
Виктор Евтухов, шәкәргә һәм тоҙға һорауҙың артыуы кешеләрҙең был тауарҙы күпләп һатып алырға ынтылыуына, шулай уҡ алыпһатарҙар эшмәкәрлегенә бәйле, тип билдәләне. Яһалма булдырылған паникаға ваҡлап һатыу магазиндары ла бирелә, улар магазиндарҙа үҙенең тауарын ҡәҙимге хаҡҡа һатып алған, ә шул уҡ тауарҙы магазин кәштәләренә арттырылған хаҡҡа ҡуйған. Ошо көндәрҙә Ҡазанда хоҡуҡ һаҡлаусылар 50 килограмм ауырлыҡтағы ҡапсыҡ менән шәкәрҙе арттырылған хаҡҡа һатырға маташҡан спекулянтты тотҡан. Полиция хеҙмәткәрҙәре һатыусының тейешле документтары булмауын асыҡлаған, етмәһә, ул шәхси эшҡыуар йәки юридик шәхес сифатында ла теркәлмәгән.