Нәжиб Асанбаевтың ошо шиғыр юлдары Ирек ағай Хаматовҡа атап яҙылған һымаҡ. Оҫта гармунсы, һәүәҫкәр артист, үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәгендә әүҙм ҡатнашыусы, ғөмүмән, һәләтле кеше Ирек Лотфулла улының арабыҙҙан китеүенә 40 көн дә була. Һис тә ышанаһы килмәй... Күңел уның юҡлығын һис кенә лә ҡабул итмәй...
Район күләмендә үткәрелгән сараларҙың береһе лә Ирек ағайҙың моңло гармун тауышынан тыш үтмәне тиһәм, яңылышмам. Йыйылыштар, төрлө конкурстар, ижад кисәләре, йыйындар, һабантуй, театрлаштырылған тамашалар, хатта һайлауҙар ҙа, сөнки ул участка һайлау комиссяһы рәйесе лә ине. Икһеҙ-сикһеҙ юлдар һымаҡ, уның да ижад юлын оҙон саҡрымдарға тиңләргә була. Хаҡлы ялға киткәнсе Ҡаҙанғол ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәре булараҡ, ауылдаштарына рухи аҙыҡ өләште. Хәлә ефете Әлфиә апай тасуири итеп шиғыр һөйләһә, уның артынса Ирек ағайҙың гармун моңдары яңғырар ине...
Үҙе китһә лә, моңдары ҡалды, уның гармун моңдарына ғашиҡ тамашасылары ҡалды, хатта сығыш яһаған сәхнәләре лә юҡһынып ҡалған һымаҡ....