-10 °С
Болотло
Был көн йәмәғәтселектең һәм Хөкүмәттең иғтибарын эш урындарында бәхетһеҙ осраҡтар менән бәйле проблемаларға йәлеп итеүгә арналған.
Йыл һайын ошо көндө хеҙмәтте һаҡлауҙың проблемаларына арналған форумдар, “түңәрәк өҫтәлдәр”, конференциялар үткәрелә, белгестәр ошо темаға арналған докладтар уҡый. Хеҙмәт коллективтарында, уҡыу йорттарында ла лекциялар ойошторола, практик занятиелар үткәрелә, тематик видеолар күрһәтелә. Шулай уҡ производствола зыян күргәндәр иҫтәлегенә саралар ойошторола, эш урындарында һәләк булған эшселәр мемориалына (мәҫәлән, шахтерҙарға) сәскәләр һалына.
Беҙҙең илдә бөтә был саралар Бөтә Рәсәй хеҙмәтте һаҡлау аҙналығы сиктәрендә үтә.