+25 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
1 Апреля 2022, 09:15

Ғаилә тормошо юбилярҙары

Яҫҡайын ауылынан Тәлғәт Ғабдрахман улы менән Мәмдүҙә Шәйхелислам ҡыҙы Ғарифуллиндар оҙон һәм һоҡланғыс ғүмер юлы үткән

Ғаилә тормошо юбилярҙарыҒаилә тормошо юбилярҙары
Ғаилә тормошо юбилярҙары

Ныҡлы ғаилә ҡорған, ҡулға-ҡул тотоношоп еңел булмаған тормош юлы үткән һәм мөхәбббәттә, татыулыҡта йәшәгән бәхетле парҙарға һоҡланмау мөмкин түгел. Яҫҡайын ауылынан Тәлғәт Ғабдрахман улы менән Мәмдүҙә Шәйхелислам ҡыҙы Ғарифуллиндар 65 йыл бергә ғүмер кисергән һәм бер-береһенә һөйөүен, ихтирамын һәм тоғролоғон һаҡлап ҡалған.

Никахтың 65 йыллығы Тимер туй тип атала. Был юҡҡа ғына шулай әйтелмәй, сөнки тимер - ғаилә бәйләнештәренең ныҡлыҡ билдәһе. Ә ошо йылдарҙы бергә үткәндәр икән, тимәк, улар ҡайғыны ла, шатлыҡты ла тигеҙ кисергән, күпте күргән, бергәләп үҫешкән, аҡыл туплаған.

Һуғыш йылдарын кисергән быуындың иңенә ауырлыҡтар күп төшкән. Уларҙы бер ниндәй һынауҙар ҙа һындыра алмаған, һәр ҡайһыһы ябай крәҫтиән хеҙмәтен бала сағынан уҡ татып үҫкән. Ул ваҡытта күптәр шулай ғүмер кисергән, Ғарифуллиндар ҙа башҡаларҙан бер ни менән дә айырылып тормаған. Тәлғәт Ғабдрахман улы Сулпан ауылында колхозсылар ғаиләһендә тыуған. Берҙәм ауылының башланғыс мәктәбендә биш класс белем алған. Атаһы һуғыштың тәүге көндәренән үк фронтҡа китә. Әсәһе Мәмбүрә туғыҙ балаһы менән яңғыҙы тороп ҡала. Өҫтәүенә, оҙаҡламай Тәлғәттең ағаһын да һуғышҡа алып китәләр. Яҡындарына тыуған яҡтарына ҡайтырға насип булмай, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә баштарын һалалар. Ул ялҡынлы йылдарҙа ауылда, нигеҙҙә, ҡарт-ҡоро, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар ғына тороп ҡала. Бөтәһе лә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн арымай-талмай көс һала. Өлкәндәр менән бер рәттән балалар ҙа тир түгә: ер һөрә, тырмата, иген сәсә, утай, бесән-һалам әҙерләй, баҫыуҙа уңыш йыя. Тәлғәт Ғабдрахман улы ла 13 йәшендә малсылыҡта эш башлай. Ваҡыт еткәс, уны Совет Армияһы сафына алалар. Германияла өс йыл хеҙмәт итеп, тыуған яғына ҡайтҡандан һуң колхозда эшләүен дауам итә.

Мәмдүҙә Шәйхлислам ҡыҙы Әлшәй районының Ниғмәтулла ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Башҡа тиҫтерҙәре кеүек үк, уның өлөшөнә лә байтаҡ һынауҙар төшә. Беренсе класта уҡығанда атаһы вафат була. Ғаиләнең тормошо тағы ла ҡатмарлаша. Мәмдүҙәнең апаһы Ташкентҡа эшкә китә, ә ҡустыһын Кемерово өлкәһендәге шахтаға ебәрәләр. Ете синыфты тамамлаған ҡыҙға артабан уҡыу мөмкинлеге булмай. Ун дүрт йәшлек Мәмдүҙә  колхоздың йәшелсә баҡсаһында эш башлай. Егеттәр һәм ҡыҙҙар, ололар менән бер рәттән, көндөҙҙәрен колхозда тырышып эшләй, ә кистәрен бергә йыйылып, төрлө уйындар ойоштора, йырлап-бейеп күңел аса. Ул йылдарҙа йәштәрҙең күрше ауылдарға аулаҡҡа йөрөү йолаһы ла була. Игенсе ауылында үткән шундай кистәрҙең береһендә Мәмдүҙә буласаҡ тормош иптәше Тәлғәт менән таныша. Йәштәр бер-береһенә тәү күреүҙән ғашиҡ була. Танышҡандарына бер ай үткәс, ғаилә ҡоралар. Йәштәр яйлап үҙҙәренең донъяһын ҡора башлай. Малсылыҡ фермаһы күрше ауылда булғанлыҡтан, ғаилә башлығына көн һайын йәйәүләп эш урынына барырға тура килә. Ун йыл үткәс кенә улар Яҫҡайынға күсенергә ҡарар итә.

Ғарифуллиндар ғаиләһенең тормошо үҙ яйы менән бара: бер-бер артлы ике ҡыҙҙары һәм өс улдары яҡты донъяға килә. Ата-әсә уларҙың барыһына ла яҡшы тәрбиә һәм белем бирә, аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Бөгөн һәр береһенең үҙ ғаиләһе. Хәстәрлекле өләсәй һәм олатайҙы ун ейән-ейәнсәрҙәре һәм биш бүлә-бүләсәләре ҡыуандыра. Балалары һәм ейәндәре туған нигеҙгә йыш ҡайтып, ярҙамлашып тора. Юбилярҙар уларға үҙҙәренең йәшлек йылдары тураһында һөйләй, ҡәҙерләп һаҡлаған бик күп почет грамоталары, рәхмәт хаттары, миҙалдарын күрһәтә.

Ғаилә бәхете - һәр кемдең хыялылыр, моғайын. Әммә,оҙаҡ ваҡыт бер-береңде аңлап йәшәр өсөн, күп көс түгеү талап ителә, сөнки яҡшы мөнәсәбәттәрҙе һаҡлап ҡалыу уларҙы булдырыуға ҡарағанда күпкә ауырыраҡ бит. Мәмдүҙә Шәйхлислам ҡыҙы менән Тәлғәт Ғабдрахман улы оҙон һәм бәхетле ғүмер юлы үткән, мөхәббәттәрен һәм бер-береһенә ҡарата ихтирам хисен йылдар дауамында һаҡлап ҡалған. Ә ғаилә бәхетенең нигеҙе тап ошоларға ҡоролалыр, тип уйлайым.

Розалия Ғәлиева, Суйынсы ауыл Советының беренсел ветерандар ойошмаһы рәйесе.

Ғаилә тормошо юбилярҙары
Ғаилә тормошо юбилярҙары
Ғаилә тормошо юбилярҙары
Ғаилә тормошо юбилярҙары
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас