+22 °С
Дождь
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
1 Апреля 2022, 09:55

Рационализаторлыҡ нөктәләре асыласаҡ

Предприятиелар Рационализаторлыҡ нөктәләре һәм Hi-Tech ҡайнау нөктәләре асыуға ғариза тапшыра ала

Рационализаторлыҡ нөктәләре асыласаҡРационализаторлыҡ нөктәләре асыласаҡ
Рационализаторлыҡ нөктәләре асыласаҡ

Башҡортостан предприятиелары өсөн был – дәүләт ярҙамы нигеҙендә үҙҙәренең етештереү күрһәткестәрен яҡшыртып, коллективтағы шарттарҙы яңы кимәлгә сығарыу өсөн бик яҡшы мөмкинлек. Етәкселек хеҙмәткәрҙәр менән берлектә хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу, продукция сығарыуға сарыфланған ваҡытты ҡыҫҡартыу йәһәтенән яңы инновациялы ҡарарҙар таба ала, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.

Башҡортостандың Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығы мәғлүмттәренә ярашлы, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында  ҡатнашҡан республика предприятиелары Рационализаторлыҡ нөктәләре һәм Hi-Tech ҡайнау нөктәләре асыуға ғариза тапшыра ала.

28 марттан Рәсәйҙең Ворлдскиллс агентлығы Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә корпоратив үҙәктәр ойоштороуға ғариза ҡабул итә башланы.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас