-9 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Апрель 2022, 14:45

Тиҙлек режимын күҙәтеү мотлаҡ

Айырыуса  ошо яҙғы көндәрҙә

Тиҙлек режимын күҙәтеү мотлаҡ
Тиҙлек режимын күҙәтеү мотлаҡ

Яҙын асфальт ҡатламы боҙолоуҙан күпселек осраҡта водителдәр яфалана, сөнки уларға машиналарының тәгәрмәстәре соҡор-саҡырҙарға эләкмәһен өсөн, улар араһында төрлө маневрҙар яһарға тура килә, юғиһә тәгәрмәстәр һәм дискылар зыян күреүҙән тыш, автомобиль менән идара итеүҙе лә юғалтырға мөмкин.

«Әле, ысынлап та, автоһәүәҫкәрҙәр өсөн иң хәүефле осор, - тип иҫәпләй тәжрибәле водитель Артем Иванов. - Ҡар ирей, юлда күләүектәр барлыҡҡа килә, ә улар аҫтында нимә булыуы - аңлашылмай. Бәлки, тигеҙ юлдыр, ә бәлки, соҡорҙыр. Етмәһә,  тәрән булыуы ла ихтимал. Шуға дәүләкәндәрҙе йылдың ошо ваҡытында айырыуса иғтибарлы булырға, тиҙлек режимын күҙәтергә саҡырам. Һуңынан ватылған машинаны төҙәтеүгә ҡарағанда, йөрөгәндә тиҙлекте кәметеү яҡшыраҡ, тип иҫәпләйем».

Автор: Алия Уразбахтина
Читайте нас