+31 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
1 Апреля 2022, 13:00

Яҙғы саҡырылыш - 2022

Башҡортостан һалдаттары Рәсәй территорияһында ғына хеҙмәт итәсәк

Яҙғы саҡырылыш - 2022Яҙғы саҡырылыш - 2022
Яҙғы саҡырылыш - 2022

Бөгөн, 2022 йылдың 1 апрелендә, Башҡортостанда яҙғы саҡырылыш башланды. Ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Башҡортостандың Хәрби комиссариаты мәғлүмәттәре буйынса, 5 меңгә яҡын егет Рәсәй территорияһындағы төрлө ғәскәрҙәргә ебәрелә. Дөйөм алғанда, быйыл яҙ Рәсәйҙә 134,5 мең егет армияға алынырға тейеш - был бер йыл элеккегә ҡарағанда аҙыраҡ. Уларҙың хеҙмәте уҡыу үҙәктәрендә һөнәри әҙерлектән башлана.  Ул өс айҙан биш айға тиклем дауам итә. Рәсәй Оборона министрлығында белдереүҙәренсә, хәрби хеҙмәткә алыныусыларҙың береһен дә Украинаға ебәрмәйәсәктәр - махсус операцияла профессиональ хәрбиҙәр генә ҡатнаша.

Ведомство етәксеһе Сергей Шойгу ла хеҙмәткә саҡырылыусыларҙың  бер ниндәй ҙә ҡыҙыу нөктәгә ебәрелмәйәсәге тураһында билдәләп үтте. Шулай уҡ оборона министры, уҙған яҙ саҡырылғандарҙың барыһы ла хеҙмәт итеү ваҡыты тамамланғас запасҡа сығарыласаҡ, демобилизацияланғандарҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрәсәктәр, тип белдерҙе. Бынан алдараҡ Рәсәй Президенты Владимир Путин да Украиналағы махсус операцияла һалдаттарҙың ҡатнашмауы тураһында хәбәр итте. Шуныһы мөһим: коронавирустың таралыуына юл ҡуймаҫ өсөн Башҡортостан муниципалитеттарының хәрби комиссариаттарында һәм йыйылыу пунктында биналарҙы даими дезинфекциялайҙар, ә хеҙмәткә алыныусылар COVID-19-ға тикшереү үтә.

Фото: zaks.ru

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас