0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Апрель 2022, 09:30

Эштәр дауам итәсәк

Иң мөһиме – уларҙың сифатлы итеп башҡарылыуы

Эштәр дауам итәсәк
Эштәр дауам итәсәк

Быйыл республиканың күп фатирлы йорттарында подъездарҙы капиталь ремонтлау өсөн финанслауҙың бөтә сығанаҡтарынан биш миллиард һум аҡса йүнәлтеләОшо аҡсаға 74 йортта 256 лифт алмаштырыласаҡ, 28 ҡыйыҡ ремонтланасаҡ һәм тағы 773 эш төрө башҡарыласаҡ. Атап әйткәндә, фасадтарҙы, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү, йылылыҡ, электр һәм газ менән тәьмин итеү системаларын ремонтлау ҡаралған.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 39 йылға иҫәпләнгән республика капиталь ремонт программаһына 17 023 йорт индерелгән. 2014 йылдан алып 7 746 күп фатирлы йортта бер йәки бер нисә эш төрө башҡарылған.

Йорттарҙы капиталь ремонтлау, подъездарҙы яңыртыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәрен сифатлы башҡарыу, билдәләнгән ваҡытта тамамлау мөһим, тине Радий Хәбиров.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: