+9 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
5 Апреля 2022, 06:45

Ныҡ булырға кәрәк!

Балалар һәм үҫмерҙәр өсөн «Ныҡ бул!» асыҡ медиа-конкурсының 2-се этабы уҙҙы

Добавить в предпочтительные источники Google
Ныҡ булырға кәрәк!Ныҡ булырға кәрәк!
Ныҡ булырға кәрәк!

 Уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә "Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы ойошторҙо. Конкурсҡа бөтәһе 288 эш: 155 плакат, 107 социаль ролик, 26 вайн тәҡдим ителде. Остаздары - медиатренерҙары эштәрен иң яҡшылары тип таныған 60-ҡа яҡын бала "Тамыр" телеканалына интенсив-тренингка килде.

- Быйыл Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Башҡортостан Республикаһының ауыл биләмәләре араһында «2021 йылдағы айыҡ ауыл» республика конкурсын тормошҡа ашырып, үҫеп килеүсе быуынға ла иғтибарын йүнәлтте, -  ти медицина фәндәре докторы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы Сәлиә Мырҙабаева. - Республиканың, илдең киләсәге һеҙҙән тора. Һеҙҙең һәр берегеҙҙең маҡсаты бар. Ә маҡсатҡа ирешеү өсөн насар йоғонтоларға ҡаршы тороуығыҙ кәрәк.

Балалар менән яңы актуаль контент булдырыу өҫтөндә остаздар эшләне. “Социаль ролик” номинацияһын танылған кинорежиссер Булат Йосопов һәм "Тамыр" телеканалының баш режиссеры Адель Һөнәрғолова баһаланы. Улар социаль видеоролик кеүек ҡатмарлы һәм нескә форматтағы яңы сиктәрҙе лә асты. Балалар менән плакаттар өҫтөндә этно-дизайнер, кино һәм телевидение рәссамы Арыҫлан Бикбаев һәм билдәле дизайнер Ҡарлуғас Исмәғилева эшләне.

Республиканың популяр блогерҙары Алмаз Ҡарағолова һәм Рәлиә Королек балаларҙы ҡыҙыҡлы һәм фәһемле вайндар төшөрөргә өйрәтте. Көн аҙағында медиатренерҙар уҡыусылар менән көн дауамында башҡарылған эштәрҙе күрһәтте.

 - Сәләмәт йәшәү рәүеше - уңышҡа юл. Беҙҙең «Ныҡ бул» медиа-конкурсы балалар араһында ошо ябай һәм бик көнүҙәк идеяны тәҡдим итә, - ти “Тамыр” балалар-үҫмерҙәр телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Интенсив-тренингтарҙан һуң беҙ балаларға өйгә эш бирҙек. Ҡатнашыусылар заданиеларҙы еренә еткереп башҡарырға вәғәҙә итте. Проектыбыҙҙың 3-сө этабы ошо була ла инде.

Йәш медиабелгестәренең үҙаллы төшөргән эштәре финалда баһаланасаҡ. Проект дауамында балалар менән "Тамыр" телеканалы режиссеры Альбина Йосопова һәм комментатор Гөлфиә Раянова бәйләнеш тота. Беҙ хөрмәтле уҡытыусыларыбыҙға һәм, әлбиттә, йәш ҡатнашыусыларҙың уҡытыусыларына һәм ата-әсәләренә рәхмәтлебеҙ.

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы һәм "Тамыр" тамашасылары йәш медиасыларҙың эштәрен «Ныҡ бул» телевизион программаһында ҡарай ала. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы ошо йүнәлеш буйынса конкурста ҡатнашыусыларҙың плакаттарын буклеттарҙа һәм методик баҫмаларҙа урынлаштырасаҡ.

Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас