0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель 2022, 10:10

Донъя рейтингынан төшөрҙөләр

Шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Танһыҡҡужинаны Бөтә донъя шашка федерацияһы донъя рейтингынан төшөрҙөләр.

Донъя рейтингынан төшөрҙөләр
Донъя рейтингынан төшөрҙөләр

Бөтә донъя шашка федерацияһы күптән инде шулай аталыу хоҡуғын юғалтҡан. Ул сәйәси көрәш ҡоралына әүерелә. Былтыр Варшавала шашка буйынса турнир ваҡытында уйын өҫтәленән Рәсәй флагын алдылар. Быны Европа шашка федерацияһының элекке президенты Яцек Павлицкий Польшаның элекке спорт министры талабы буйынса эшләне. Матч рәсәйле Тамара Танһыҡҡужина менән Польшанан Наталия Садовская араһында уҙҙы. Күрәһең, ойоштороусылар яҡташыбыҙҙың уйынын шул рәүешле көйләргә иҫәп тотҡан. Һөҙөмтәлә был ваҡиға спортсыбыҙҙы киреһенсә ҡыҙҙырып ҡына  ебәрҙе һәм ул ышаныслы рәүештә донъя чемпионы титулын яуланы.

Беҙҙекеләрҙең асыуына теймәгеҙ!

https://disk.yandex.ru/i/bUEOEvnyu2MuLw

Фото: fmjd.org

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: