+11 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
8 Апреля 2022, 12:00

Макулатуранан кәрзин үреп буламы?

 Был һорауға яуап беҙҙең сайтта.

Макулатуранан кәрзин үреп буламы?Макулатуранан кәрзин үреп буламы?
Макулатуранан кәрзин үреп буламы?

Фидалия Рафаил ҡыҙы Шакирова ҡул эше менән шөғөлләнеүҙе ғүмеренең айырылғыһыҙ өлөшө тип иҫәпләй. Ябай гәзиттән үрелгән кәрзиндәр йорт биҙәге булып тора, йылылыҡ бүләк итә, туғандарын һәм дуҫтарын ҡыуандыра. Оҫтабикәнең эштәре араһында - ҙурлығы һәм формаһы буйынса төрлө кәрзиндәр. Был уның өсөн иң яратҡан шөғөлгә әйләнгән. Үҙ ҡулы менән яһаған әйберҙәрен ханым туғандарына һәм дуҫтарына бүләк итә. Кәрзин яһау процесын оҫта ханым былай һүрәтләй: гәзит бите алына, ул буй-буй һыҙаттарға ҡырҡыла, һуңынан матур итеп уратып төрөлә һәм асылып китмәһен өсөн елем  менән йәбештереп ҡуйыла

«Был эште мин үҙаллы өйрәндем, - тип һөйләй оҫтабикә. - Макулатуранан кәрзиндәрҙе тәүге тапҡыр Раевка ауылында йәшәгән әхирәтемдә күрҙем дә, үҙемдең дә шул тиклем өйрәнгем килде. Уларҙы эшләүҙең бер  ауырлығы ла юҡ,  иң мөһиме - үреү техникаһын үҙләштереү. Беҙҙең заманда, әлбиттә, интернет ҙур ярҙамсы».

Ханымдың кәрзиндәре бик матур..Шуныһы ҡыҙыҡ, лак менән эшкәрткәндән һуң улар шул тиклем тығыҙланып,нығынып китә  -дымдан ҡурҡмай, деформацияланмай. Туҙан ҡуна ҡалһа, еүеш салфетка менән  һөртөп алырға була. Улар барыһына ла оҡшай. Оҫтабикә өлгәшелгәндәрҙә туҡтап ҡалырға йыйынмай, артабан камиллашырға ынтыла.

Мәкәш ауылы оҫталары тураһында район гәзите биттәрендә уҡығыҙ.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас