+1 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
22 Апрель 2022, 09:45

"Атайсал" проекты берҙәмлеккә саҡыра

Уңышҡа өлгәшкән билдәле шәхестәр, яҡташтар яҡташтарына нисек тә булһа ярҙам итергә тырыша

"Атайсал" проекты берҙәмлеккә саҡыра
"Атайсал" проекты берҙәмлеккә саҡыра

Һуңғы йылдарҙа ошондай тыуған яғының яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе республикала ғәмәлгә ашырылған “Атайсал” проекты берләштерә. Апрель башында “Киске Телеүҙәк” тапшырыуҙарының береһе ошо бик уңышлы проектҡа бағышланды.

“Атайсал” сиктәрендә ниндәй проекттар тормошҡа ашырыла? Кемдәр улар – йомарт һәм ярҙамсыл яҡташтар?

Унда Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, медицина фәндәре докторы Сәлиә Мырҙабаева, Асҡын районындағы Солтанбәк ауылының атайҙар ҡоро етәксеһе Данис Суфиянов, Краснокама районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Земфира Сәғитова, Көйөргәҙе районының Яңы Мораптал ауылының Б. Бикбай исемендәге дөйөм белем биреү мәктәбе директоры Гөлкәй Шәмсетдинова, Баймаҡ районынан шәхси эшҡыуар Илсур Нәбиуллин ҡатнашты.  

Тапшырыуҙа “Атайсал” проекты буйынса ғәмәлгә ашырылған эштәр тураһында райондарҙан репортаждар күрһәтелде.

Автор:Алия Уразбахтина
Читайте нас: