-9 °С
Болотло
Ул быйыл икенсе тапҡыр уҙғарылды. Ярыштарҙа республикабыҙҙың төрлө райондары һәм ҡалаларынан килгән ун команданың һикһәндән ашыу вәкиле ҡатнашты.
Төрлө номинацияларҙа еңеүселәр асыҡланды. Уларға бүләктәр тапшырғандан һуң, командалар араһында ла еңеүселәр билдәләнде.
Бөтә командалар араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһы командаһы - иң көслөһө, ә уларҙың биле иң ныҡлыһы булып сыҡты. Башҡорт халҡының боронғо йолаһына ярашлы уларға төп бүләк – һарыҡ тапшырылды.
Ошондай ҙур проектты башҡарып сығыуҙа ярҙам күрһәтеүселәргә, спорт байрамын ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.