-11 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Апрель 2022, 14:58

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ

2022 йылдың 24 апрелендә башҡорт теленән халыҡ-ара диктант үтте.

БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ДИКТАНТ ҺӨҘӨМТӘЛӘРЕ

Башҡорт теленән халыҡ-ара диктантты яҙыуҙа республиканың бөтә райондары һәм ҡалалары, Рәсәйҙең күпселек төбәктәре һәм донъяның төрлө илдәре ҡатнашты. Сит яҡтарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙән дә эштәр ҡабул ителде. Диктантты бөтәһе 334 523 кеше яҙҙы. Уларҙың 125 179-ы эштәрен - башланғыс, 140 019-ы - ирекле аралашыу кимәлдәрендә, ә 69 325-е төньяҡ-көнбайыш диалектында башҡарған. Уҙған йылда был һандар түбәндәгесә булған: башланғыс кимәлдә - 159 510 кеше, иркен аралашыу кимәлендә 106 794 кеше, ә төньяҡ-көнбайыш диалектында диктантты 55 478 кеше яҙған.

Туймазы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил башҡорт теленән диктантты быйыл өсөнсө тапҡыр яҙған. Ул эшен төньяҡ-көнбайыш башҡорттары диалектында башҡарған. Альберт Исмаил башҡорт теленән диктанттың йылдан-йыл киңәйә, ҡыҙыҡлыраҡ һәм берҙәмерәк була барыуын, акцияла республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы уға айырыуса байрамса төҫ биреүен, шулай уҡ диктантты быйыл офлан-майҙансыҡтарҙа бергәләп яҙыу мөмкин булыуы, бының айырыуса ҡыуаныслы хәл икәнлеген, диктант яҙыуҙың изге йола булыуын белдергән һәм ғалимдарҙы, тел белгестәрен, башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшкән вәкилдәрҙе йәлеп иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына рәхмәт һүҙҙәрен еткергән.

Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Сочи ҡалалары, Силәбе, Ырымбур, Мәскәү, Һарытау, Һамар, Ҡурған, Свердловск, Мурманск өлкәләре, Ханты-Манси һәм Ямал-Ненец автономиялы округтары, Пермь, Алтай, Приморск крайҙары, Якутия, Татарстан һәм башҡалар ҡатнашты. Үзбәкстан, Таджиҡстан республикалары, Испания, Швейцария, Германия, Бөйөк Британия, Италия, Франция, Канада, Ҡаҙағстан, Төркиә, Польша, АҠШ-тан диктант яҙыуҙа ҡатнашыусылар булған.

Йырсы Зилиә Бәхтиева диктантты Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тура эфирҙа яҙған. Ул тура эфирҙа диктант яҙыуҙың ҡыҙыҡ та, шул уҡ ваҡытта яуаплы ла эш икәнлеге, текстың ныҡ уйландырыуы, бай йөкмәткеле булыуы, башҡорт теле грамматикаһын бер аҙ онота башлауы, ләкин сараларҙың бөтә йәһәттән дә камилыраҡ булырға әйҙәүе тураһында һөйләп үткән.

2022 йылғы диктант яҙыуҙа ҡатнашыусыларҙың бөтәһенә лә электрон сертификаттар ебәреләсәк.

Автор: Лилия Гайсина
Читайте нас