+24 °С
Облачно


Бөгөн Башҡортостандағы меңәрләгән мосолман Ураҙа байрамы уңайынан мәсеткә намаҙ уҡырға йыйылды. Шуныһы мөһим: беҙ, ниндәй дин тотоуыбыҙға һәм ниндәй милләтән булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, беҙҙең төп ҡаҙанышыбыҙ һәм байлығыбыҙ булған кешеләрҙең рухи берҙәмлеген бергәләп һаҡлайбыҙ.
Был көндәрҙә беҙ туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ өсөн доға ҡылабыҙ. Бөгөн күптәргә ярҙам кәрәк, беҙ ярҙамға мохтаждарға ярҙам итәбеҙ һәм итәсәкбеҙ.
Һеҙгә һәм ғаиләләрегеҙгә һаулыҡ, бәхет һәм именлек теләйем!
Ураҙа ғәйете менән! Һеҙгә һаулыҡ, рухи именлек һәм ғаилә бәхете теләйем.
Республика Башлығы Радий Хәбировтың сәхифәһенән.