

Ул «Рәсәй бөгөн» мәғлүмәт агентлығында үтте. Унда Үлемһеҙ полкты үткәреүҙең бөтә форматтары тураһында һөйләнеләр.
Быйыл Үлемһеҙ полк традицион форматта ойошторола. Беҙ күмәкләп иңде-иңгә терәп, нацизмды еңгән батырҙарыбыҙҙың фотоһүрәттәрен тотоп, ҙур ағым булып урамдарҙан үтәсәкбеҙ. Әммә ҡыҙғанысҡа күрә, эпидемиологик хәл бөтә төбәктәрҙә лә тотороҡло түгел һәм Үлемһеҙ полк акцияһын уҙғарырға ҡамасаулай. Шулай уҡ сит илдәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙҙың да уны ойоштороуҙа ҡатмарлыҡтары килеп тыуҙы. Шуға Үлемһеҙ полктың үҙәк штабы был территорияларҙа акцияны онлайн үткәрерү тураһында ҡарар ҡабул итте. Был турала Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы Үҙәк штабының рәйестәше, генерал-полковник, IV дәрәжә Изге Георгий ордены кавалеры Сергей Макаров белдерҙе.
VK, Сбер, СберМобайл, «Еңеү ирекмәндәре»ирекмәндәр хәрәкәте Үлемһеҙ полктың партнерҙары булып сығыш яһай. Проектта polkrf.ru сайты аша 7 майға тиклем теркәлергә мөмкин. Заявкаларҙы шулай уҡ ВКонтакте һәм Одноклассники социаль селтәрҙәрҙең бәләкәй ҡушымталарында ла биреп була. Был хаҡта Дәүләт Думаһы депутаты Елена Цунаева хәбәр итте.
Ул шулай уҡ шәхси кабинетта яңылыҡтар индерелеүе тураһыда ла әйтеп китте. Бер үк мәғлүмәттәр индерелеп ветерандарҙы эҙләүселәрҙе (үҙ-ара туғандар булырға мөмкин) табып, уларға хәбәр ебәрә ала. Бынан тыш, үҙегеҙҙең геройҙарығыҙ тураһында иҫтәлектәр менән дә уртаҡлаша алаһығыҙ. Үлемһеҙ полктың онлайн-трансляцияһын 9 майҙа иртәнге 10.00 сәғәттән ҡарай алаһығыҙ. Ул тәүлек буйына барасаҡ.
Үлемһеҙ полкка ҡағылышлы ошо һәм башҡа һорауҙарға яуаптарҙы традицион форматта ла, онлайн-форматта ла алырға мөмкин. Шулай уҡ 8-800-20-1945-0 һандары аша «ҡыҙыу линия»ға ла шылтырата алаһығыҙ.