

Унда шулай уҡ төрлө төбәктәрҙә уны үткәреү ваҡытына иғтибар биерп торорға кәңәш ителде. Был мәғлүмәттәрҙе https://www.polkrf.ru/ сайтында табырға мөмкин икәнлеге, унда шулай уҡ штендерҙар конструкторы урынлаштырылыуы тураһында ла әйтеп үтелде.
Еңеү ирекмәндәренең үҙәк штабы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Ольга Занко Үлемһеҙ полкка ирекмәндәрҙең ярҙамы хаҡында һөйләне.
Үлемһеҙ полк – Бөйөк ватан һуғышы батырҙарын данлаусы байрам. Ошо уңайҙан Рәсәйҙең Үлемһеҙ полкы үҙәк штабының рәйестәше, Үлемһеҙ полктың авторы Геннадий Иванов конференция барышында Еңеү көнөндә геройҙарыбыҙҙы тағы нисек хөрмәтләргә мөмкин икәнлеге тураһында һөйләп китте. Ул автомобилдәр тәҙрәләренә - яуҙа ҡатнашҡан ҡәрҙәштәренең портреттарын, кейемдәренә уларҙың фотоһүрәттәре төшөрөлгән бейджиктар тағырға, автойөрөштәр уҙғарырға кәңәш итте.
9 майҙа барлыҡ саралар Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыусыларҙы данлауға йүнәлтелгән булырға тейеш. Улар тураһында иҫтәлекте һаҡлау – рәхмәтле вариҫтарҙың изге бурысы.