0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Май 2022, 13:00

Фронттағы кеүек концерт

Беҙҙең районда йәшәгән Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн ғәҙәти булмаған саралар үтте .

Фронттағы кеүек концерт
Фронттағы кеүек концерт

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы алдынан илебеҙҙең күп төбәктәрендә фронтовиктар өсөн  шәхси парадтар ойошторолдо. Еңеүселәр үҙҙәренең йорттары һәм фатирҙары тәҙрәләренән, балкондарҙан, ҡапҡа төптәрендәге эскәмйәләрҙә ултырып, Рәсәй әрмеһенең заманса хәрби техникаһын ҡарай, шулай уҡ улар хөрмәтенә яңғыраған дәртле йырҙарҙы тыңлай алды. Ошондай форматтағы ҡотлауҙар һуғыш ветерандары өсөн үҙенсәлекле бүләк булды. Ветерандар өсөн тап шундай ҡотлау концерты беҙҙең район Мәҙәниәт йорто тарафынан да ойошторолдо.

Был көндө һуғыш осоро йырҙары һәм бейеүҙәре Ҡамсылытамаҡ, Яңы Яппар һәм Яңы Аҡҡолай ауылдарында йәшәүсе ветерандар Евгений Константинович Григрьев, Ишбулат Тимербулат улы Мәғәсүмов һәм Лоҡман Рәшит улы Шафиҡов хөрмәтенә башҡарылды.

Еңеүселәрҙе Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы менән Дәүләкән районы хакимиәте башлығы И. Ф. Мөхәмәтйәнов һәм ветерандарҙың ҡала-район советы етәксеһе Л.Ф. Ломовицкая ҡотланы  һәм уларға бүләктәр тапшырҙы.

Ветерандар һәр сығышты ҙур тулҡынланыу һәм күҙ йәштәре аша ҡараны. Улар  үҙҙәренә күрһәтелгән иғтибар һәм бөтә рәсәйлеләр өсөн мөһим булған байрам алдынан күңел күтәренкелеге бүләк иткәндәре өсөн рәхмәт һүҙҙәре еткерҙе.

Автор: С. Чиков.

 

 

Фронттағы кеүек концерт
Фронттағы кеүек концерт
Фронттағы кеүек концерт
Фронттағы кеүек концерт
Фронттағы кеүек концерт
Фронттағы кеүек концерт
Фронттағы кеүек концерт
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: