+24 °С
Облачно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
10 Мая 2022, 09:00

Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы

Ҡаланың үҙәк майҙанында 9 Майға арналған саралар үтте

Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамыЕңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы

Дәүләкәндәр Еңеү көнөн парад, меңәрләгән кеше ҡатнашлығындағы Үлемһеҙ полк, Һалдат һәйкәленә, «Хәрби һәм Хеҙмәт Даны аллеяһы» мемориаль комплексына сәскәләр һалыу, патриотик концерт, сағыу салют, еңел атлетика эстафетаһы, автойөрөш һәм бик күп башҡа байрам саралары менән билдәләне.

Ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары туғыҙынсы май иртәһен 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығын байрам итеүгә арналған төп ваҡиғаларға старт бирелгән үҙәк майҙанда ҡаршыланы. Тантаналы шарттарҙа майҙанға Еңеү Байрағы индерелде. Бынан һуң рәсми йөҙҙәр, район, ҡала хакимиәттәре, ветерандарҙың ҡала-район советы, йәштәр ойошмалары вәкилдәре районда йәшәүселәр, ҡала ҡунаҡтарының бөтәһен ысын мәғәнәһендә бөйөк һәм бөтә халыҡ байрамы менән ҡотланы. Район хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов дәүләкәндәргә мөрәжәғәт итеп, Еңеү көнөнөң илебеҙ тарихында, шулай уҡ һәр ғаилә тарихында айырым  дата булыуын билдәләне. Ул саҡта тотош ил фашизм менән алышҡа күтәрелгән, бирешмәгән һәм еңеп сыҡҡан. Бөйөк Ватан һуғышы1418 көн барған һәм уның һәр көнө Тыуған илен яҡлаусы яугирҙар, шулай уҡ тыныс халыҡ араһында ла күп һанлы ҡорбандар, шулай уҡ совет кешеләренең тиңдәшһеҙ хәрби һәм хеҙмәт батырлыҡтары менән билдәләнгән. Еңеү тураһындағы иҫтәлекте һаҡлау, тарихты күсереп яҙыу һәм нацизмды тергеҙеүгә юл ҡуймау – ҡаһарман ата-бабаларының вариҫтары һәм хәҙерге заман быуындары  вәкилдәренең бурысы.

Ҡыҙғанысҡа күрә, һуғышта ҡатнашҡан ветерандар бик аҙ ҡалған, әммә уларҙың исемеилебеҙ йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылған. Дәүләкән районы ла Тыуған илебеҙ тыныслығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн бик күп ул һәм ҡыҙҙарының ғүмере менән түләгән. Беҙҙең район һәм ҡаланан фронтҡа китеүселәрҙең яртыһынан күберәге яу ҡырҙарында ятып ҡалған. Дәүләкәндең «Ваурсы» һәм «Факел» эҙәрмәндәр отрядтары күләмле алыштар урындарына барып, яугирҙарҙың, шул иҫәптән Башҡортостандан саҡырылғандарҙың, һөлдәләрен таба һәм Ватан һаҡсыларының билдәһеҙ исемдәрен кире ҡайтара.

«Үлемһеҙ полк» Бөтә Рәсәй акцияһы беҙгә тыуған еребеҙҙә тыныс йәшәү һәм эшләү мөмкинлеге биргәндәр тураһындағы иҫтәлекте һаҡлауға йүнәлтелгән. Быйыл унда беҙҙең райондың бер нисә мең кешеһе ҡатнашты. «Үлемһеҙ полк» киң, тулы һыулы йылға булып үҙәк майҙан янындағы урамдар буйлап китте. Унда өлкәндәр, балалар, мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең ҡәрҙәштәренең портреттарын тотоп,

 

шул йылдар ваҡиғаларында ҡатнашыу тойғоһо һәм ҙур ғорурлыҡ менән үтте. Ошондай уҡ акциялар ауылдарҙа ла ойошторолдо. Уларҙың һәр ҡайһыһында тиерлек Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм фронттан әйләнеп ҡайтмаған, шулай уҡ Еңеү яулаған яҡташтары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлдәр һәм стелалар бар.

Урындағы үҙидаралыҡ органдары, ветерандар ойошмалары, ҡала предприятиелары һәм учреждениелары делегациялары һәләк булған яугирҙарҙы Хәрби Дан скверында иҫкә алды һәм Һалдат һәйкәленә сәскәләр һалды. Бер минутлыҡ тынлыҡ һәм хәрби салют тантаналы митингтың айырыуса тулҡынландырғыс мәлдәре булды.  

Йола буйынса был көндә майҙанда тынлы оркестр уйнаған көйҙәр аҫтында төрлө төр ғәскәрҙәре ветерандары, уҡыусы йәштәр, хәрби-патриотик берләшмәләрҙең парады үтә. 2015 йылдан алып Балалар ижады йортонда эшләй башлаған «Көмбәҙ» клубы улар араһында мөһим урын алып тора. Клуб курсанттары күп тапҡырҙар төрлө хәрби-патриотик конкурстар призерҙары һәм республиканың оборона-спорт лагерҙары ҡатнашыусылары булды. Эш башлағандан алып клуб төрлө разрядтарға эйә 83 парашютсы, ҡул һуғышы, хәрби самбо һәм армия ҡул һуғышы буйынса төрлө разрядлы 63 спортсы тәрбиәләгән. 2017 йылда клуб «Юнармия» Бөтә Рәсәй хәрби-патриотик хәрәкәтенә инде. 2020 йылда Башҡортостандың иң яҡшы хәрби-патриотик клубы тип танылды. Уҙған йылда уның дүрт курсанты «3-сө дәрәжә йәш армиясылар ҡаһарманлығы» миҙалы менән бүләкләнде, ә ағымдағы йылдың апрелендә «Көмбәҙ» Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының тиҙ эш итеүсе махсус отряды иҫтәлегенә армия ҡул һуғышы буйынса республика турнирында командалар араһында беренсе урын яуланы. Майҙанға Еңеү Байрағын алып инеү хоҡуғы тап уларға  ышанып тапшырылды.

Рәсми өлөштән тыш киң күләмле байрам программаһы ла әҙерләнгәйне. Теләге булған һәр кем Комплекслы хеҙмәтләндереү үҙәге хеҙмәткәрҙәре майҙанда, ялан кухняһында әҙерләгән тәмле һалдат бутҡаһын ауыҙ итеп ҡарай алды. Дәүләкән ҡалаһы Ассоциацияһы ағзалары Тимур Ғәзиев һәм Илшат Кәлимуллин бағыусылар булып сығыш яһаны.

Дәүләкәндең тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейының күсмә экспозицияһында - һуғыш йылдарының уникаль экспонаттары, үҙәк китапхана ойошторған китаптар күргәҙмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы әҙәбиәт менгән танышырға мөмкин ине. Хәрби техника күргәҙмәһе ҙур популярлыҡ менән файҙаланды. Ул бер үк ваҡытта иҫтәлеккә үҙенсәлекле фотоһүрәт эшләргә теләүселәр өсөн фотозона булып та хеҙмәт итте. Байрамға килгән күп һанлы балалар һәм үҫмерҙәр трофей һәм совет мотоциклдары, армия УАЗ-игының руле артына ҙур теләк менән ултырып ҡараны.

«Донъяға - тыныслыҡ» йырын башҡарғанда хореография ансамблдәренең сағыу сығышы тәрән хис-тойғолар бүләк итте. Музыкаль композиция тамамланғандан һуң малайҙар һәм ҡыҙҙар   ҡулдарына тотҡан һәм бөтә донъяла тыныслыҡ символы булған аҡ күгәрсендәрҙе зәңгәр күккә осорҙо.

Ҡала һәм райондың ижади, музыкаль коллективтары бай йөкмәткеле «Һалдаттарҙың ял минуты» тигән концерт программаһы менән ҡыуандырҙы. Унда һуғыш йылдары һәм бөгөнгө көн композиторҙарының әҫәрҙәре, бөтәһе лә яратҡан «Торналар», «Зәңгәр яулыҡ», «Катюша» һәм башҡа бик күп, шул иҫәптән башҡорт телендә лә, йырҙар яңғыраны. Күптән түгел генә ойошторолған «Йырла, күңел» ветерандар хоры «Рус халҡы һуғыш теләйме?» тигән йыр менән беренсе тапҡыр сәхнәгә сыҡты. Яҡташыбыҙ, Дәүләкән егете, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы студенты Ринат Хөззәтов та тамашасылар иғтибарына үҙенең программаһын тәҡдим итте.

Майҙанда кешеләрҙең күңел асыуҙары төнгә тиклем барҙы, сөнки дәүләкәндәр өсөн был көндө Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе артистары ла сығыш яһаны. Уларҙың концерт программаһы юғары рухта үтте һәм тамашасыларға байрам кәйефе бүләк итте. Ваҡыт һуң булыуға ҡарамаҫтан, майҙан төрлө йәштәге кешеләр менән тулы ине. Дөйөм байрам шатлығын уртаҡлашыу өсөн күптәр бында ғаиләләре, балалары һәм яҡындары менән килгәйне. Йола буйынса байрамдың төп йыры - тантаналы рәүештә башҡарылған «Еңеү көнө» аҫтында күккә атылған сағыу салют ваҡиғаларға бай көндө тамамлап ҡуйҙы.

Галина Бурдилева.

Автор фотолары.

Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Еңеү көнө – бөтә халыҡ байрамы
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас