+30 °С
Ясно
Антитеррор
ЙӘМҒИӘТ
11 Мая 2022, 09:00

Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға районда тағы бер һәйкәл асылды

Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...

Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығы алдынан Ҡаҙанғол ауыл Советына ҡараған Иҫке Яппар ауылында иҫтәлекле ваҡиға булды. Был ҡояшлы көндә, ауыл уртаһында, ошо ауылдан яуға киткән 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәйкәл асыу тантанаһы үтте.

Сараға ауыл аҡһаҡалдары, хеҙмәт ветарандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре, ауылда халҡы, мәктәп уҡыусылары, йәштәр, район хакимиәте вәкилдәре, шулай уҡ республиканың төрлө мөйөштәренән ҡайтҡан күп һанлы яҡташтар йыйылды.

Хакимиәт башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы З.Н. Ғайсин, Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы И.Р. Мөхәмәтғәлин, ветерандарҙың ҡала-район советы етәксеһе Л.Ф. Ломовицкая, һәйкәл эскизының авторы, ошо ауылда тыуып үҫкән М.Х. Ғайсин, Иҫке Яппар мәсете имам-хатибы Азат Шәүәлиев Иҫке Яппар халҡын сәләмләп, Бөйөк еңеүҙең 77 йыллығы менән ҡотлап үтте.

Яңы һәйкәлде асыу хоҡуғы хакимиәт башлығы урынбаҫары, финанс идаралығы начальнигы З.Н. Ғайсин һәм Ҡаҙанғол ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы И.Р. Мөхәмәтғәлинға бирелде. Улар йыйылыусыларҙың алҡыштары аҫтында ҡыҙыл таҫманы киҫте. Ҡунаҡтар, хеҙмәт ветерандары һәм тыл хеҙмәтсәндәре, ауыл халҡы районыбыҙҙың тағы бер дан һәм хәрби ҡаһарманлыҡ урынына әйләнгән һәйкәлгә сәскәләр һалды.

Йыйылыусылар Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һәм хәбәрһеҙ юғалған яҡташтарын бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды. Шыма ҡара гранит таҡталарҙа Иҫке Яппар ауылынан фронтҡа  киткән һәм тыныслыҡ өсөн ғүмерҙәрен биргән 80 яугирҙың һәм Еңеү менән тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтып, һуғыштан һуңғы йылдарҙа баҡыйлыҡҡа күскән 41 ветерандың исем-шәрифтәре уйып яҙылған. Билдәләп үтергә кәрәк, һәйкәлде ысын мәғәнәһендә халыҡ һәйкәле тиергә мөмкин, сөнки уны төҙөүгә кәрәкле аҡсаның яртыһын ауыл халҡы һәм яҡташтар биш йыл дауамында йыйған. Һәм бына күптән көтөлгән көн килде. Уларҙың тырышлығы менән хәҙер ауыл уртаһында иҫтәлекле урын барлыҡҡа килде. Киләсәктә унда Еңеүҙе яҡынайтҡандарҙың вариҫтары йыйыласаҡ.

Тантаналы сараны байрам концерты дауам итте. Йыйылыусылар алдында Ҡаҙанғол ауыл Советының үҙешмәкәр артистары, шулай уҡ ошо ауылда тыуып үҫкән билдәле кешеләр Гөлфиә Шәүәлиева һәм бер туған Рәхимовтар сығыш яһаны. Улар һәм сарала ҡатнашыусыларҙың бөтәһе бергә башҡарған «Еңеү көнө» тигән йыр  тирә-яҡҡа яңғырауыҡлы ҡайтауаз булып таралды.

9 май - Еңеү көнө алдынан Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға беҙҙең районда тағы бер һәйкәл барлыҡҡа килде, ә уны асыу үҙҙәренең батырҙарының исемен мәңгеләштергән Иҫке Яппар халҡы өсөн күптән көтөлгән һәм әһәмиәтле ваҡиғаға әйләнде.

Сергей Чиков.

Автор фотолары.

Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Еңеүҙе яҡынайтҡан яҡташтарға...
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас