+2 °С
Болотло
Эйе, был ысынында шулай. Руль артында ултырған һәр кем үҙен юл баһадиры һымаҡ хис итә, әйтерһең, уның үҙенән башҡа автомобиль юлында башҡа берәү ҙә юҡ. Тап ана шундай мин-минлек юл фажиғәләренә сәбәпсе була ла инде. Үткән байрам көндәрендә республика юлдарында кеше ғүмерҙәрен алып киткән ҡот осҡос фажиғәләр теркәлде. Төп сәбәптәрҙең береһе - тиҙлек режимын күҙәтмәү. Ҡабаланабыҙ, ашығабыҙ. Ҡайһы саҡта алда барған машинаны тапап үтерҙәй булабыҙ. Тик был ашығыуҙарҙың һөҙөмтәләре генә аяныслы...
Шуға водителдәргә тиҙлек режимын мотлаҡ күҙәтеү юл ҡағиҙәләренең төп шарты булып ҡала. Һәм был шарттың мотлаҡ үтәлеүен теләйһе килә...