0 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
16 Май 2022, 15:00

Башҡортостанға 4 миллион турист киләсәк

2022 йылда республика бөтәһе 4 миллион туристы ҡабул итергә әҙерләнә.

Башҡортостанға 4 миллион турист киләсәк
Башҡортостанға 4 миллион турист киләсәк

Быйылғы миҙгелдә Башҡортостандың иҫтәлекле урындары буйлап 2-3 көнлөк турҙарға һорау күп булыр тип күҙаллана. Этника һәм республиканың милли аш-һыуҙарына айырым иғтибар күҙәтелә. Ҡунаҡханалар һәм отелдәрҙең тулы ҡеүәтенә эшләүе көтөлә. Был турала Сәйәхәттәр үҙәгенең генераль директоры Ләйсән Сөләймәнова белдерҙе.

Тармаҡтың эксперты билдәләүенсә, 2-3 көнгә килгән туристар ағымы Свердловск, Силәбе һәм Түбәнге Новгород өлкәләренән көтөлә. Үҙәк федераль округта һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр 5-7 көн оҙайлығындағы маршруттарҙы һайлай. Туристар этника гастрономия менән аралашҡан төпкөл ауылдарға илтеүсе маршруттар менән ҡыҙыҡһына.

Башҡоротстандың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2022 йылда республика бөтәһе 4 миллион туристы ҡабул итергә әҙерләнә.

Рәсәй туризмы башлығы Зарина Догузова билдәләүенсә, май айынан сентябргәсә булған юғары курорт миҙгелендә илебеҙҙә бөтәһе 31 миллион кеше ял итәсәк. Был – туризм ағымының үҫеше буйынса бик юғары күрһәткес. Рәсәй һәм уның төбәктәре буйлап сәйәхәттәр ҙур һорау менән файҙалана.

Башҡортостан Республикаһы сәйәхәтселәрҙе үҙенең бай, матур тәбиғәте һәм милли колориты менән йәлеп итә. Төбәк үҙенсәлекле объекттары, тарих, сәнғәт һәм мәҙәниәт һәйкәлдәре менән дан тота. Бында һәр кем йәйге, ҡышҡы, сәләмәтләндереү һәм экскурсиялар туризмы кеүек күңеленә ятырлыҡ ял таба аласаҡ.

Сәйәхәт ҡылыу өсөн Башҡортостандағы 5 гүзәл урындың исемлеге:

  1. Торатау шиханы – Ер йөҙөндәге иң боронғо тауҙарҙың береһе. Ишембай районындағы уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһына – 300 миллион йылдан ашыу.
  2. Шүлгән-таш – Уралдың күп ҡатлы карст мәмерйәләренең береһе. Уның ҡаяларында палеолит осорона ҡараған рәсемдәр һаҡланған.
  3. Туймазы районындағы Ҡандракүл – Европалағы урманлы дала зонаһының иң ҙур күлдәренең береһе.
  4. Күгәрсен районында урынлашҡан «Мораҙым тарлауығы» - Уралдағы мәмерйәләр комплексының иң һоҡланғысы.
  5. Нөгөш һыу һаҡлағысы – Урал тауҙарының көньяҡ итәгендә кешеләр тарафынан булдырылған ғәжәйеп һыу ятҡылығы. Ул Башҡортостандағы ял итеү урындарының иң популяры булып тора.


Башҡортостанға 4 миллион турист киләсәк
Башҡортостанға 4 миллион турист киләсәк
Башҡортостанға 4 миллион турист киләсәк
Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: