+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Май 2022, 09:28

1 июндә «Йыл һалым түләүсеһе» республика конкурсына старт бирелә

Унда ҡатнашыу өсөн 2022 йылдың 1 июненән 31 июленә тиклем ғаризалар һәм документтар пакеты тапшырырға кәрәк.

1 июндә «Йыл һалым түләүсеһе» республика конкурсына старт бирелә
1 июндә «Йыл һалым түләүсеһе» республика конкурсына старт бирелә

2022 йылдың 1 июненән 31 июленә тиклем «Йыл һалым түләүсеһе» республика конкурсында ҡатнашыу өсөн ғаризалар һәм документтар пакеты ҡабул ителә.

Башҡортостан Республикаһының финанс министры Лира Иғтисамова иң мөһиме, бөтә конкурсанттар ҙа түләнгән һалымдар суммаһы буйынса ғына баһаланмауы, ә тупланма бюджетҡа түләнгән һалымдарҙың артыуын, республикабыҙ граждандарының мәшғүллеген, предприятиеларында эш хаҡы фондының артыуын тәьмин иткән һалым түләүселәрҙе дәртләндереүҙең мөһим булыуын билдәләгән. Бынан тыш, һалым дисциплинаһының юғары кимәле, бизнесты асыҡ алып барыу менән айырылып торған инвестиция яҡтан әүҙем предприятиелар дәртләндереләсәге, еңеүселәрҙең документацияла һәм реклама материалдарында конкурс еңеүсеһе исемен ҡулланырға хоҡуҡлы булыуҙары тураһында ла әйтеп үткән. Конкурста:

- ҙур ойошмалар;

- урта эшҡыуарлыҡ субъекттары (шәхси эшҡыуарҙарҙан тыш);

- бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары (шәхси эшҡыуарҙарҙан тыш);

- шәхси эшҡыуарҙар ҡатнаша ала.

 Конкурс һалым түләүсе эшмәкәрлегенең төп төрө буйынса  түбәндәге ун номинацияла уҙғарыла:

 - ауыл, урман хужалығы, һунарсылыҡ, балыҡсылыҡ һәм балыҡсылыҡ; - файҙалы ҡаҙылмалар сығарыу;

- эшкәртеүсе производстволар;

 - электр энергияһы, газ һәм быу менән тәьмин итеү;

- төҙөлөш;

- сауҙа;

 - ташыу һәм һаҡлау;

- һөнәри, фәнни һәм техник эшмәкәрлек;

- башҡа төрлө хеҙмәттәр күрһәтеү;

- эшмәкәрлектең башҡа төрҙәре буйынса.

Конкурста ҡатнашыу өсөн дәғүәселәргә 2022 йылдың 31 июленә тиклем Башҡортостан Республикаһының «Мәғлүмәт-аналитика үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына конкурста ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар пакеты менән Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 13, 4-се ҡат, 400а-се бүлмә (ҡағыҙҙа) һәм электрон адресҡа ғариза тапшырырға кәрәк. Башҡортостан Республикаһы «Мәғлүмәт-аналитика үҙәге» дәүләт ҡаҙна учреждениеһы хеҙмәткәренең документтар тапшырыу һәм «Йыл һалым түләүсеһе» конкурсын үткәреү тәртибе мәсьәләләре буйынса бәйләнеш телефоны: 7 (347) 218-15-55. «Йыл Һалым түләүсеһе» конкурсы тураһында тулыраҡ мәғлүмәтте https://minfin.bashkortostan.ru/documents/active/240470/ һылтанмаһы буйынса табырға мөмкин.

Белешмә өсөн: Конкурс Башҡортостан Республикаһы Башлығы Указы менән булдырылды Был маҡсаттар һалым дисциплинаһының юғары кимәле, бизнесты асыҡ алып барыу менән айырылып торған уңышлы ойошмаларҙы асыҡлау һәм уларҙы дәртләндереү маҡсатында башҡарыла.

Фото: businessbashkiria.ru

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: