+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Июнь 2022, 14:08

Милли проект ярҙам итә

Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт йортон үҙгәрештәр көтә

Милли проект ярҙам итә
Милли проект ярҙам итә

Ҡоръятмаҫтағы ауыл мәҙәниәт йорто 2000 йылда файҙаланыуға тапшырылған һәм урында йәшәүселәргә бик яҡшы бүләк булған. Заманса дизайн менән йыһазландырылған ___квадрат метр майҙанлы ҙур, иркен ауыл мәҙәниәт йорто ул саҡта мәҙәниәт учреждениеһына ҡуйылған талаптарға тулыһынса яуап бирә ине.

Был көндән егерме ике йыл үткән, клуб интерьерына кәрәкле ремонт эшләнмәгән, ҡоръятмаҫтар үҙҙәренең мәҙәниәт усағына һаҡсыл мөнәсәбәттә булырға ни тиклем генә тырышһалар ҙа, уның коммуникациялары иҫкергән. Урындағы бюджеттың ошондай ҙур бинала ремонт башҡарып сыға алмауы аңлашыла, әлбиттә. Шуға республика, «Мәҙәниәт» милли проекты һәм уның өҫтәмә «Мәҙәни мөхит» төбәк проекты ярҙамға килә. Проект сиктәрендә Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт йортон яңыртырға ҡарар ителә. Бының өсөн республика бюджетынан ете миллион бер йөҙ ун туғыҙ мең һум аҡса бүленә, тағы ла дүрт йөҙ утыҙ меңен район өҫтәй. Шулай итеп, март айында бинаға капиталь ремонт үткәреү башлана. Бөгөнгө көндә дөйөм эштәр күләменең илле проценты үтәлгән: элек ҡуйылған пластик тәҙрәләр яңыларына алмаштырылған, ҡайһы бер ишектәр яңыртылған, биналарҙың бер өлөшө ҡайтанан штукатурланған, кәрәкле ерҙә яңы иҙәндәр түшәлгән, әле электр сымдары, һыу үткәргес һәм канализация системалары ремонтлана. Планға ярашлы эштәрҙе 11 авгусҡа тамамлау күҙаллана, әммә яңыртылған, матурланған мәҙәниәт йорто үҙендә ауыл халҡын ҡабул итә алһын өсөн байтаҡ эштәр башҡарырға кәрәк әле. Халыҡ бында байрам сараларына йыйылып, китапханаға, ҡыҙыҡһыныуҙары буйынса төрлө түңәрәктәргә йөрөргә, спорт залында шөғөлләнергә күнеккән. Өсөнсө йыл инде Ҡоръятмаҫ ауылы мәҙәниәт йортонда Дәүләкән балалар сәнғәт мәктәбе педагогы балаларға хореография серҙәрен төшөндөрә. Шуға, ҡоръятмаҫтарҙың бөтәһе лә мәҙәниәт усаҡтарының үҙҙәре өсөн ишектәре ҡайтанан асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә.

Автор: Галина БУРДИЛЕВА.

 

Автор:Лилия Гайсина
Читайте нас: